Найти в Дзене
21 подписчик

...Атнабаевтар ғаиләһендә байрамдар гөрләп үтә – үҙҙәре лә йор һүҙле, шаян халыҡ. Бер ваҡыт шулай табында ултырғанда театр тураһында бөтмәҫ-төкәнмәҫ хәбәрҙәрҙән һуң Мәрзиә апай: “Етер һеҙгә, ниндәй гел театр ҙа театр, башҡа һөйләр һүҙегеҙ юҡмы ни! Йырлағыҙ, бейегеҙ, бүтән кешеләр кеүек ял итегеҙ!” – тип балаларына шелтә бирә.

Зинира, актриса булараҡ, әсәһен тынысландыра: “Бөттө-бөттө, әсәкәйем, хәҙер мин уларҙы ауыҙлыҡлайым, бына һеҙгә һауыт, кем театр тураһында һүҙ әйтә, ошонда биш һум штраф һала” –тип әйтә лә өҫтәлгә һауыт ҡуя. Бөтәһе лә тынып ҡала, ашай-эсә башлай, ара-тирә тамаҡ ҡырғылап ҡуялар. Шул ваҡыт Әнғәм ағай кеҫәһенән аҡса сығарып һауытҡа һала ла: “Бына һеҙгә илле һум, кис буйы рәхәтләнеп театр тураһында һөйләйем!” –тимәһенме!..
Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев тураһында хәтирәләрҙән.
...Атнабаевтар ғаиләһендә байрамдар гөрләп үтә – үҙҙәре лә йор һүҙле, шаян халыҡ.
Около минуты