21 подписчик
Йырлағанда, көй өсөн, “тауыҡтары йырлай”, тиҙәр.
Гәрсә унда тыумаһам да, мин бер аҙ торған инем;
Ерҙе аҙ- маҙ тырмалап, сәскән инем, урған инем.
Ул ауылдың, һис онотмайым, һәр яғы урман ине;
Ул болон, йәшел үләндәр хәтфәнән юрған ине.
Ҙурмы, тиһәң, ҙур түгелдер, был ауыл бик кескенә;
Халҡының эскән һыуы бик кескенә инеш кенә
Унда бик һалҡын һәм бик эҫе түгел, урта һауа.
(Шүрәле)
Ғабдулла Туҡай
Около минуты
12 мая 2024