Найти в Дзене

Яҙылайыҡ гәзиткә!

(шаярыу ҡатыш)

«Башҡорттарым, уҡыу кәрәк!»,-
Тигән бөйөк Аҡмулла.
Гәзитте ҡулыма алһам,
Йәндәремә ял була.
   Районкаға яҙылайыҡ,
   Ашамайса «Милки Вэй».
   Кәнфитһеҙ тороп та була,
   Яңылыҡһыҙ – никакой!
Нисә центнер иген һуҡҡан
Шәхси эшҡыуар Флүр?
Сапай барып һорап булмай,
«Балҡантау»ҙа ул булыр.
Өләсәйемә - 90 йәш,
Шатлыҡ һыймай эсемә.
Матур итеп иғлан бирҙем
Районкабыҙ битенә.
   Шуға күрә гәзиткә беҙ
   Яҙылайыҡ күмәкләп.
   Бының өсөн районкабыҙ
   Ҡуйыр беҙҙе бүләкләп.

Резеда Ҡорбанғәлиева,
Буранғол ауылы.
Около минуты