5 подписчиков
“Халҡыбыҙҙың хазинаһын Йәнебеҙҙәй һаҡлайыҡсы!”
Ә.М. САМАТОВА,
Белорет районы Инйәр 2-се мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, Рәсәй һәм Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы
(Байрамса биҙәлгән сәхнәлә Заһир Зәйнетдинов башҡарыуындағы “Урал батыр”
көйө яңғырай. Егеттәр бейеүе башҡарыла. Алып барыусы егет һәм ҡыҙ сыға.)
Егет. Урал батыр вариҫтарын
Сәләмләйбеҙ ихластан.
Ямантауҙың итәгендә
Батыр улдар йыйылған!
Ҡыҙ. Иҙел башы төбәгендә
Бөгөн бәйге-сәм арта.
Урал батыр улдары
Дәртләнеп көс һынаша.
Егет. Тәбиғәт һәм кешелектең үлемһеҙлеген данлаусы “Урал батыр” эпосы – боронғо эпик ҡомартҡыларыбыҙҙың береһе. Ул – халҡыбыҙҙың рухи хазинаһы, әҙәби мираҫы. Йөкмәткеһенә әллә күпме фәлсәфә һалынған бөйөк эпосыбыҙ “Урал батыр” – беҙҙең ғорурлығыбыҙ. 13 телгә тәржемә ителгән күренекле эпос Башҡортостандың ете мөғжизәһенә ингән. “Урал батыр” – бөтә донъяға билдәле атаҡлы эпос-ҡобайырҙарының береһенә әйләнде.
Ҡыҙ. Кешенең бөйөклөгөн күрһәтеү был ҡобайырҙа батырлыҡ һәм ҡурҡаҡлыҡ, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ, үлем һәм үлемһеҙлек, ғәҙеллек һәм ғәҙелһеҙлек кеүек мәсьәләләргә бәйләп яҡтыртыла, сөнки кешенең ниндәй булыуы, иле һәм халҡы өсөн көрәштә, батырлығында, яҡшы эштәрендә асыҡ күренә. Уларҙы халыҡ бер ваҡытта ла онотмай. “Урал батыр” эпосында мәңгелектең мәғәнәһе бик матур асыла: иҫкергәндең яңырыуы, быуындар алмашыныуы, тәбиғәттең, тереклектең мәңге йә шәүе раҫлана. Донъяла мәңге ҡалыр эш – ул яҡшылыҡ эшләү. Кеше йәшәй һәм үлә, әммә уның ҡылған яҡшылыҡтары үлемһеҙлеккә тиң һанала.
(Сәхнәлә “Һомай һылыу” бейеүе башҡарыла.)
Ҡыҙ. Батыр булған ир-егет
Еңмәҫ нәмә булырмы?
Батырмын тигән батыр ир
Яуызға юл ҡуйырмы?
Утҡа ҡаршы һыу булыр ул,
Яуға ҡаршы тау булыр.
Үҙенә түгел, барына
Ауырлыҡта юл булыр.
Егет. Батырҙан ир тарыҡмаҫ,
Батыр һис бер зарыҡмаҫ.
Яҡшылыҡтан ялыҡмаҫ,
Яуҙан да һис талыҡмаҫ.
Күккә менер баҫҡысһыҙ,
Ерҙе асыр асҡысһыҙ.
I.“Таныштырыу” конкурсы.
Егет. Сәсән барҙа телеңде тый –
Боронғолар әҙәбе.
Егеттәрҙең сәсәнлеген
Етте тикшереү мәле.
Ҡыҙ. “Урал батыр” эпосынан
Өҙөк ятлаған улар.
Үлемһеҙ ҡомартҡыбыҙға
Дан йырлаусы уландар.
II.“Урал батыр” эпосынан өҙөк ятлау конкурсы. (Башланғыс һәм урта класс малайҙары башҡарыуында “Алға, башҡорт егеттәре!” йыры башҡарыла.)
Ҡыҙ.
Егетем, батыр икәнһең,
Күҙ ҡарамдан һаналған
Илгә ҡашҡа икәнһең.
Ил ырыҫын табырға
Атаң һиңә ҡот биргән,
Әсәң һиңә һөт биргән.
Егет. Дошманға таш йөрәкле,
Дуҫыңа аш йөрәкле
Батыр итеп үҫтергән,
Тәү арыҫлан мендергән.
Ҡыҙ. Батырҙарҙы мәргәнлектә
Һынау ваҡыты етте.
Саҡырабыҙ ҙур майҙанға
Уҡсы һәр бер егетте.
III. “Мәргән уҡсы” конкурсы.
Егет. Мин күренмәҫ Үлемде
Юҡ итергә сыҡҡанмын.
Ҡан ҡойоусы батшанан,
Кеше ашар дейеүҙән
Бар кешене ҡотҡарыу
Йәншишмәнән һыу алып,
Үлгәндәрҙе терелтеү
Өсөн тыуған батырмын.
Ҡыҙ. Тәбиғәттән бирелгән
Һәр кешелә һәләт бар.
Бәйгеселәр был конкурста
Үҙен нисек асырҙар?
IV. “Тәбиғи һәләт” конкурсы.
(Турҙар тамамланғас, баһалама ағзалары еңеүселәрҙе билдәләй, бүләкләй.)
Егет. Башҡорттоң рухлы улдары,
Урал батыр вариҫтары.
Телем, ерем, илем тиеп
Янып торған батырҙары.
Ҡыҙ. Киләсәк беҙҙең ҡулда тип
Ғорур баҫып торайыҡсы.
Халҡыбыҙҙың хазинаһын
Йәнебеҙҙәй һаҡлайыҡсы!
Бөтәһе бергә:
Яҡшылыҡ булһын атығыҙ,
Кеше булһын затығыҙ!
Яманға юл ҡуймағыҙ,
Яҡшынан баш тартмағыҙ!
(Сараның аҙағында аудиояҙманан
“Урал батыр һүҙҙәре” тыңлана.)
2 минуты
26 октября 2023