Найти тему

Бер һөйләшеү


Бер һөйләшеү ҡапыл иҫкә төштө,

Үтеп китте инде нисә ай,

Хәтеремдә тороп ҡалыр хәҙер,

Оноторға уны ярамай.

Нимә әйткәнемде иҫләмәйем,

Уныһы инде мөһим түгел.

Тик хәтерҙә: "Аңламайым, зинһар,

Русса әйтсе әле", - тигәне.

"Ә мин һине: "Башҡорт икән,"-тимен".

"Эйе, башҡорт, ләкин башҡортса

Һөйләшмәйем, хатта аңламайым,

Өйрәнгәнмен мин тик урыҫса."

"Нисек инде? Ул бит туған телең.

Туған телде белергә кәрәк."

"Ә миңә кәрәкмәй. Башҡорт теле

Миңә бер нимә лә бирмәйәсәк."

Шулай икән бына. Туған телдән

Хәҙер кеше үҙе баш тарта.

Туған телен башта онота ла,

Шунан милләтен дә юғалта...

14.12.20 (Ред:2021)
Около минуты