1 подписчик
Юл
Кешеләрҙең ғүмере юл кеүек шул,
Төрлөсә була кеше юлы:
Ҡайһы саҡта гөл-сәскәләр осрай,
Ҡайһы саҡта - еле, дауылы.
Шул юлда кешеләр ҡайһы саҡта
Абынып та йығылып ҡуялар.
Кемдер ятып ҡала:"Торалмайым...",
Ә кемдәре һикереп торалар.
Һәр бер кеше үҙе һайлай юлын:
Кемдер - туғай буйлап килгәнен,
Кемдер- упҡынға алып барғанын,
Кемдер- тау башына менгәнен.
27.11.21
Около минуты
28 ноября 2021