Найти в Дзене
Стәрлетамаҡ робот техниктары халыҡ-ара кимәлдә ярыша
ӨФһТУ Стәрлетамаҡ филиалының «Ольга һәм миньондар» командаһы халыҡ-ара кимәлгә сыҡты. 11 октябрҙә ул Мәскәүҙә «Роботтар алышы» чемпионатының 2-се һайлап алыу этабында Рәсәйҙең башҡа командалары, шулай уҡ Һиндостан һәм Бразилия вәкилдәре менән алышырға йыйына. "Команданың капитаны булараҡ, мин эшебеҙҙең яйлы барыуы өсөн яуаплымын. Беҙ – операторҙар ғына түгел, беҙ – бер бөтөн. Төп маҡсатыбыҙ – дәғүәсенеңстратегияһына яраҡлаша белгән робот яһау. Лайыҡлы дәғүәселәрҙе осратырбыҙ һәм баһалап бөткөһөҙ тәжрибә алырбыҙ тип көтәм», – ти Ольга Бражникова, «Ольга һәм миньондар» командаһы капитаны...
5 месяцев назад
Атаһын ҡотҡарған малайҙы бүләкләгәндәр Өфөнөң Октябрь районында йәшәгән Сергей Семеновты атаһы Белорет районына квадроциклда йөрөргә алып китә.  Бер мәлде ир идараны юғалта һәм, техникаһы түңкәрелеп, үҙе шуның аҫтында ҡала. Ныҡ ҡына имгәнә. Квадроцикл аҫтынан шыуышып саҡ сыға, әммә аяғына баҫа алмай. Мобиль элемтә лә бында эшләмәй. 10 йәшлек Сережа юғалып ҡалмай, палатка ҡуя, төндө шунда үткәрәләр. Ә иртән яҡтырыу менән яҡындағы ауылды эҙләп китә. Иң яҡыны бер нисә километрҙағы Айыс була.  Сережа яңғыҙы ауылға барып етеп, ҡотҡарыусыларҙы алып килә. Был хәл 18 сентябрҙә була. Кисә Октябрь район хакимиәте башлығы Антон Тарасов бәләкәй батырға рәхмәт белдерҙе, бүләк тапшырҙы. Малайҙың атаһы ла һауығып килә ти. Сығанаҡ: amanat.su/...010
5 месяцев назад
Кисә “Салауат Юлаев” командаһы Новосибирскиҙа “Себер”менән осрашты. Тик буллиттар серияһында еңелеп ҡуйҙы. Иҫәп “Себер” файҙаһына 3:2. Фото: «Салауат Юлаев» ХК telegram-каналы.
5 месяцев назад
Уҡытыусыларға һәм уҡыусыларға тағы бер уңайлыҡ барлыҡҡа килгән: “Дәүләт хеҙмәттәре”нең “Минең мәктәбем” тигән ҡушымтаһында онлайн-китапхана эшләй башлаған. Уҡытыусыларға был китапхана дәрестәргә әҙерләнеү өсөн ҡулай буласаҡ.  Ә уҡыусылар ҡушымтала өйгә эштәрҙе ала аласаҡ. “Минең мәктәбем” ҡушымтаһындағы китапхана Рәсәй Мәғариф министрлығының федераль эш программаһына яраштырып төҙөлгән. Бөтә материалдарҙан файҙаланыу түләүһеҙ.
5 месяцев назад
Дәүләкән районы лицей-интернатының мәктәп яны баҡсаһында еләк үҫтерәләр. 9-сы агросиныф менән 10-сы синыф уҡыусылары алып бара был эште. Әле уҡыусылар 210 үҫенте ултыртҡан. Улар еләкте ябыҡ тупраҡта үҫтереү технологияһын өйрәнә. Уҡытыусы үҫентеләрҙе ултыртыу ваҡыты, ерҙе әҙерләү, мул уңыш өсөн мөһим шарттар, түтәлдәрҙе әҙерләү, ниндәй тәрәнлеккә ултыртырға, тупраҡтың кәрәкле дымлылығын нисек асыҡларға кәрәклеге тураһында һөйләгән. Уҡыусыларҙың еләккә һыу һибеүҙе автоматлаштырырға өйрәнәһе бар. Моғайын, киләсәк эше итеп баҡсасылыҡты, еләкселекте һайлаусылар ҙа булыр әле Дәүләкән лицей-интернатында. Фотолар: Дәүләкән лицей-интернатының ВК төркөмөнән.
5 месяцев назад
Если нравится — подпишитесь
Так вы не пропустите новые публикации этого канала