Тыл берҙәмлеге: БАШҠОРТОСТАНДА БЕРЕНСЕ РЕСПУБЛИКА махсус хәрби операцияһы ирекмәндәре форумы үтте. Әлшәй районы йөҙләгән битараф булмаған йөрәктәрҙе йәлеп итеү үҙәгенә әйләнде. Бында, «Ер ҡото» V төбәк-ара Этномәҙәни патриотик фестиваль сиктәрендә «Бөтәһе лә Еңеү өсөн!» МХО ирекмәндәренең Беренсе республика форумы үтте. Күләмле сара бер ҡыйыҡ аҫтында бөтә республиканан 300-ҙән ашыу ирекмәнде йыйҙы. Улар үҙҙәренең көндәлек хеҙмәте, хәстәрлеге һәм берҙәмлеге менән беҙҙең дөйөм Еңеүҙе яҡынайта. Шуныһы иғтибарға лайыҡ: һәр район делегацияһы буш ҡул менән килмәй, үҙе менән хәрбиҙәргә гуманитар ярҙам партияларын алып килә. Был тағы бер тапҡыр Еңеү өсөн ҙур тырышлыҡ күрһәткән Башҡортостан халҡының фиҙакәрлегенә дәлил. Форумды ойоштороусылар булып «Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фондының Башҡортостан буйынса филиалы, «Рәсәй халыҡтары ассамблеяһы»ның төбәк бүлексәһе (проект авторы Һәм етәксеһе — Гөлнур Ҡолһарина), «Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары Йәмғиәте» Ләйсән Рабаданова етәкселегендәге «Ете ҡыҙ» йәмәғәт