III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы барышында Өфөлә «Башҡорт милли кейеме» тигән географик күрһәтмәгә патент тапшырыу тантанаһы уҙҙы. Федерация Советының Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесе Лилиә Ғүмәрова Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа республикаға ошо мәҙәни объектҡа хоҡуғын нығытҡан документ тапшырҙы, тип яҙа «Панорама Башкортостана» баҫмаһы. Милли кейем республиканың интеллектуаль милкенең 11-се объекты булды. Бынан алдараҡ ҡурай, башҡорт дебет шәле һәм балаҫ ошондай уҡ статусҡа эйә булғайны. Брендты теркәү кейеҙ, күн, кесерткән киндерҙән яһалған тәбиғи материалдарҙы ҡулланыуҙан алып биҙәктәргә тиклем кәсепселектең үҙенсәлекле традицияларын һаҡлауға йүнәлтелгән. Яңы статус ялған документтарҙан юридик яҡтан яҡларға, урындағы оҫталарға ярҙам итергә һәм этнотуризмды үҫтереүгә, Башҡортостан мәҙәниәтен донъя аренаһында танытыуға этәргес бирергә тейеш. Фото: Башҡортостан Милли музейының матбуғат хеҙмәте.
Башҡорт милли кейеме рәсми һаҡланған бренд статусын алды
ВчераВчера
5
~1 мин