Башҡортостан Башлығы III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ойошторусыларға, унда ҡатнашыусыларға рәхмәтен белдерҙе. "Йәйге өс сағыу көн. Бөйөк илебеҙҙең 78 төбәгенән 1000-дән ашыу талантлы йондоҙсоҡ. Һәм уларҙың сығыштарын күреү бәхете тейгән меңдәрсә республика халҡы. Былар барыһы ла Өфөлә үткән Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһының төп өлөшө булып тора", – тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә. "Мин илебеҙ Президенты Владимир Владимирович Путинға, Мәҙәниәт министрлығына, В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортона ышаныс күрһәткәндәре өсөн тағы бер тапҡыр рәхмәт белдерәм. Барлыҡ хеҙмәттәштәр, был күләмле сараны үткәреүгә йәлеп ителгән хеҙмәттәр - балалар тураһында хәстәрлек күрҙе, бөтә процестарҙы тәьмин итте, тыныслыҡты һәм тәртипте һаҡланы, – тип билдәләне республика Башлығы. – Һәм, әлбиттә, йәш артистарға сираттағы тапҡыр беҙҙең ниндәй матур, күп милләтле, сағыу мәҙәниәтебеҙ һәм илебеҙ ниндәй матур булыуын күрһәткәндәре өсөн рәхмәт". Фото: БР Башлығы матбуғат хеҙ
Радий Хәбиров III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһы тураһында уртаҡлашты
ВчераВчера
~1 мин