26 июндә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ябыу тантанаһында ҡатнашты. Рәсәй халыҡтары берҙәмлеге йылына арналған мәҙәни сарала илдең 80 төбәгенән 1 меңдән ашыу йәш башҡарыусы сығыш яһаны. Республика Башлығы Фольклориадала ҡатнашыусыларға һәм уны ойоштороусыларға, балаларында халыҡ мәҙәниәтенә ысын һөйөү тәрбиәләгән ата-әсәләргә һәм уҡытыусыларға рәхмәтен белдерҙе. – Һеҙ беҙгә матур байрам бүләк иттегеҙ һәм тағы ла бер тапҡыр сағыу, күп яҡлы йолаларыбыҙҙы, илебеҙ ниндәй матур икәнен күрһәттегеҙ, – тине Радий Хәбиров. – Өфөлә Фольклориаданы уҙғарыу тураһында ҡарар ҡабул иткәне өсөн Президентыбыҙ Владимир Владимирович Путинға ихлас рәхмәтемде белдерәм. Беҙҙең өсөн был оло хөрмәт. Әлбиттә, Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортона фестивалде әҙерләүҙә ярҙам күрһәткәндәре өсөн ҙур рәхмәт. Бергәләп беҙ бөтә Рәсәйҙән балалар үҙҙәренең һәләттәрен күрһәтһен, яңы дуҫтар тапһын һәм Башҡортостан тураһында йылы хәтирәләрҙе һаҡлап ҡалһын өсөн
Өфөлә III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһын ябыу тантанаһы уҙҙы
ВчераВчера
1 мин