26 июндә Өфөнөң «Торатау» конгресс-холында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән III Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһына килгән йәш артистар һәм ижади коллективтар менән осрашты. Радий Хәбиров балаларҙы сәләмләп фольклориаданың Рәсәй халыҡтарының дуҫлығын һәм берҙәмлеген нығытыу йәһәтенән әһәмиәтен билдәләне. – Һеҙҙе Өфөлә күреүебеҙгә шатбыҙ. Моғайын, республикабыҙҙа Рәсәйҙең төрлө мөйөштәренән бер ҡасан да ошоса балалар йыйылғаны булмағандыр. Башҡортостан өсөн дә был фестиваль үҙенсәлекле байрам, – тине төбәк етәксеһе. – Күптәрегеҙҙең атайҙары махсус операция зонаһында хәрби бурыс үтәүен беләм. Беҙ бөтә яугирҙарыбыҙҙы иҫән-һау, еңеү менән ҡайтыуҙарын көтәбеҙ. Артабан осрашыу аралашыу форматында дауам итте. Балалар Радий Хәбировтан бала сағында кем булырға теләүе, нисек һөнәр һайлауы, республика етәксеһе булыу ауырмы, ғаиләһенә ваҡыты ҡалыу-ҡалмауы менән ҡыҙыҡһынды. Күмертауҙан оҙон көй жанрында башҡорт йырҙарын йәш башҡарыусы Әнүәр Вәхитов Радий Хәбировтың эш
Радий Хәбиров Бөтә Рәсәй балалар фольклориадаһында ҡатнашыусылар менән осрашты
ВчераВчера
1 мин