Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

БР Милли музейындағы дуҫлыҡ картаһы төрлө телдәрҙә теләктәр менән тулыланды

Өфөгә III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһына килгән балаларға ошо фестивалдең улар өсөн нимә аңлатҡанын яҙырға тәҡдим иттеләр. «Дуҫлыҡ» һәм «берҙәмлек» тигән һүҙҙәр йыш булды - улар тиҫтәләгән телдә яңғыраны! Йәнә - «яңы танышыуҙар», «яратҡан эше булған бер кешеләрҙең бәйләнеше», «һулыш», «матур хис-тойғолар», «халыҡтар дуҫлығы», «мөмкинлектәр», «тәжрибә», «ҡунаҡсыллыҡ һәм изгелек», «күңел», «йолалар», «йәшлек» һәм башҡалар. Абруйлы ҡунаҡтарҙың һүҙҙәре айырыуса тәьҫир итте: В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова «Бәхет» һүҙен һайланы. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов «Мөхәббәт» һүҙен яҙҙы. Ысынлап та, был көндәрҙә Өфө бәхет һәм һөйөү менән тулды! Фольклориадала ҡатнашыусылар республиканың төп музейын баһаланы: «Текә музей!». Фото: Эльвира Дәүләтбирҙина, БР Милли музейы матбуғат хеҙмәте.

Өфөгә III Бөтә Рәсәй балалар Фольклориадаһына килгән балаларға ошо фестивалдең улар өсөн нимә аңлатҡанын яҙырға тәҡдим иттеләр.

«Дуҫлыҡ» һәм «берҙәмлек» тигән һүҙҙәр йыш булды - улар тиҫтәләгән телдә яңғыраны! Йәнә - «яңы танышыуҙар», «яратҡан эше булған бер кешеләрҙең бәйләнеше», «һулыш», «матур хис-тойғолар», «халыҡтар дуҫлығы», «мөмкинлектәр», «тәжрибә», «ҡунаҡсыллыҡ һәм изгелек», «күңел», «йолалар», «йәшлек» һәм башҡалар.

Абруйлы ҡунаҡтарҙың һүҙҙәре айырыуса тәьҫир итте: В.Д. Поленов исемендәге Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йорто директоры Тамара Пуртова «Бәхет» һүҙен һайланы. Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәт министры вазифаһын башҡарыусы Фәнүр Шәйхисламов «Мөхәббәт» һүҙен яҙҙы. Ысынлап та, был көндәрҙә Өфө бәхет һәм һөйөү менән тулды!

Фольклориадала ҡатнашыусылар республиканың төп музейын баһаланы: «Текә музей!».

Фото: Эльвира Дәүләтбирҙина, БР Милли музейы матбуғат хеҙмәте.