Башҡортостан Башлығы һәр яҡлап ярҙам күрһәткәндәре өсөн ирекмәндәргә рәхмәт белдерҙе. Бөгөн, 10 июндә, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Рәсәй Геройы Максим Серафимов исемендәге «Патриот» хәрби-патриотик паркында республика ирекмәндәре лагерында ҡатнашыусылар менән осрашты. Шишмә районында район-ҡалаларҙағы волонтерҙар һәм ирекмәнлекте ойоштороусылар өсөн өс тематик майҙансыҡ булдырылған. Дүртенсе йыл рәттән лагерь республикабыҙ ирекмәндәре берләшмәһенең иң әүҙем 300 вәкилен берләштерә, тип билдәләне Радий Хәбиров. Һандар тураһында әйткәндә, бөгөнгә Добро.рф федераль порталында ғына Башҡортостандан төрлө йәштәге 200 меңгә яҡын ирекмән теркәлгән. Ике йыл элек 132 мең ине. «Яҡты күңелегеҙ, эскерһеҙ рәүештә илебеҙ һәм республикабыҙ өсөн байтаҡ эштәр башҡарыуығыҙ өсөн рәхмәт. Бөгөн бында иң өлкән ирекмәнгә – 62, кеселәренә 14 йәштәр тирәһе, тинеләр миңә. Был иһә ҙур ирекмәндәр армияһы, беҙҙең өсөн ғәйәт ҙур һәм мөһим көс. Ошо ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һеҙҙең иңгә бик күп яуаплылыҡ һалынды: COVID
Радий Хәбиров «Патриот» паркында ирекмәндәр менән осрашты
ВчераВчера
1 мин