6 июндә «Шүлгәнташ» музей комплексында «Урал батыр» эпосы көнөнә арналған тантаналар ойошторола. Ойоштороусылар республика халҡын һәм ҡунаҡтарын башҡорт халҡының рухи мираҫына арналған байрамдың бер өлөшө булырға саҡыра. Байрам Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың указы менән 2025 йылда башҡорт фольклор мираҫын һаҡлау һәм популярлаштырыу, милли үҙенсәлекте нығытыу һәм боронғо башҡорт һүҙ сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу өсөн булдырылды. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1910 йылда фольклорсы Мөхәмәтша Буранғолов яҙып алған «Урал батыр» эпосында изгелек менән яуызлыҡтың мәңгелек көрәше, батырҙың халыҡ бәхете хаҡына йәнен фиҙа ҡылыуы хаҡында һүҙ бара. Байрамды уҙғарыу урыны осраҡлы һайланмаған: Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның тирә-яғы башҡорт фольклоры һәм мифологияһы менән айырылғыһыҙ бәйләнгән. 2015 йылда бында төбәк әһәмиәтендәге иҫтәлекле урын – «Урал батыр ере» асыҡланды һәм мәҙәни мираҫ объекттары реестрына индерелде. Ошо 62 мең квадрат метр майҙанда 17 археология ҡомартҡыһы, шул иҫәптән Шүлгәнташ