Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостан Башлығы Владимир Жириновский менән аралашыуы хаҡында һөйләне

«Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына яуап биреп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Жириновский менән аралашыуы тураһында һөйләне. – Ғәҙәттә кешеләр уны экспрессив һәм эмоциональ кеше итеп күрҙе. Ә уның менән кабинетында аралашҡанда алдымда һынсыл ҡарашлы, бик аҡыллы кеше тора ине. Тап ошондай форматта беҙ уның менән тығыҙ эшләгәнебеҙгә бик шатмын, – тине Башҡортостан Башлығы. Партия рәйесе Леонид Слуцкий Башҡортостанды кешеләр тормошоноң төрлө өлкәләрендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә эталон тип атаны. – Башҡортостанда Владимир Жириновский иҫтәлегенә арналған бер нисә сарала ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Әйтәйек, тантаналы йыйылыш, урам асыу, уның хөрмәтенә спорт турниры, – тип билдәләне Леонид Слуцкий. – Радий Фәрит улы Хәбировтың уникаль тәжрибәһе бар, республикаһына һәм халҡына тоғро. Осрашыуҙа көнүҙәк, шул иҫәптән МХО-ға ярҙам итеү, иҡтисадты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостандың халыҡ алдындағы бурыстарын үтәүгә системалы ҡарашы бигерәк тә ҡыуандыра, башҡа төбәктәр өсөн

«Башинформ» хәбәрсеһенең һорауына яуап биреп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Жириновский менән аралашыуы тураһында һөйләне.

– Ғәҙәттә кешеләр уны экспрессив һәм эмоциональ кеше итеп күрҙе. Ә уның менән кабинетында аралашҡанда алдымда һынсыл ҡарашлы, бик аҡыллы кеше тора ине. Тап ошондай форматта беҙ уның менән тығыҙ эшләгәнебеҙгә бик шатмын, – тине Башҡортостан Башлығы.

Партия рәйесе Леонид Слуцкий Башҡортостанды кешеләр тормошоноң төрлө өлкәләрендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүҙә эталон тип атаны.

– Башҡортостанда Владимир Жириновский иҫтәлегенә арналған бер нисә сарала ҡатнашыуыбыҙға бик шатбыҙ. Әйтәйек, тантаналы йыйылыш, урам асыу, уның хөрмәтенә спорт турниры, – тип билдәләне Леонид Слуцкий. – Радий Фәрит улы Хәбировтың уникаль тәжрибәһе бар, республикаһына һәм халҡына тоғро. Осрашыуҙа көнүҙәк, шул иҫәптән МХО-ға ярҙам итеү, иҡтисадты үҫтереү мәсьәләләре тикшерелде. Башҡортостандың халыҡ алдындағы бурыстарын үтәүгә системалы ҡарашы бигерәк тә ҡыуандыра, башҡа төбәктәр өсөн өлгө булып тора.