Бар тирә-яҡ гөл-сәскәгә күмелгән мәлдә моңһоҙҙар ғына битараф ҡала алалыр. Ә матурлыҡҡа ғашиҡтар тәбиғәткә һоҡлана һәм уны тағы ла матурыраҡ, гүзәлерәк, хозурыраҡ итеүгә үҙ өлөшөн индерә. Сибай ҡалаһында күп ҡатлы йорттарҙа йәшәүселәр араһында ла гөл-сәскәгә һөйөп баҡҡандар, тирә-яғын, подъезын, ишек алдын күркәмерәк итергә тырышҡандар байтаҡ. Быны улар күңел ҡушыуы буйынса башҡара. Ҡала ихаталарынан үткән саҡта ҡайҙалыр сүп-сар күп булыуын күреп көйөнһәк, ҡайҙалыр шаулап сәскәләр үҫкәненә һөйөнәбеҙ. Бындай матурлыҡ Рәсимә апай Ситдиҡова кеүек уңғандар тарафынан булдырыла. Уларға берәү ҙә эш ҡушмай, берәү ҙә түләмәй. Бары тик үҙҙәре йәшәгән ерҙе гөл-сәскәлә күрергә теләү һөҙөмтәһе. Чайковский урамы, 26 адресы буйынса йәшәгән Рәсимә Рамаҙан ҡыҙы менән осраҡлы ғына таныштыҡ. Йәмле май көндәренең береһендә подъезд алдында ҡаҙына ине ул. Миләүшәләрҙе, елбәҙәктәрҙе күреп: «Быларҙы һеҙ ултырттығыҙмы?»—тип һүҙ ҡуштым. —Эйе. Ә ана тегеләрен күршем ултыртты. Күрше подъездағы ханым лилиәләр үҫт