Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Башҡортостанда нотариустар МХО-ла ҡатнашыусыларға бушлай консультация бирә

13 майҙа республиканың Нотариаль палатаһы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды менән берлектә «Йөрәктәребеҙ йылыһы» хәйриә акцияһын үткәрә. Республиканың бөтә нотариустары ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын бушлай үҙҙәренең контораларында ҡабул итәсәк, тип хәбәр итә «Молодежная газета» баҫмаһы. Бынан тыш, нотариаль контораларҙа яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу һәм артабан конвой менән МХО зонаһына оҙатыу ойошторола. Теләгәндәр беҙҙең һалдаттарға хаттар, открыткалар һәм һүрәттәр килтерә ала. Фото: «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе.

13 майҙа республиканың Нотариаль палатаһы «Ватанды һаҡлаусылар» фонды менән берлектә «Йөрәктәребеҙ йылыһы» хәйриә акцияһын үткәрә.

Республиканың бөтә нотариустары ла махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы һәм уларҙың ғаилә ағзаларын бушлай үҙҙәренең контораларында ҡабул итәсәк, тип хәбәр итә «Молодежная газета» баҫмаһы.

Бынан тыш, нотариаль контораларҙа яугирҙәргә гуманитар ярҙам йыйыу һәм артабан конвой менән МХО зонаһына оҙатыу ойошторола. Теләгәндәр беҙҙең һалдаттарға хаттар, открыткалар һәм һүрәттәр килтерә ала.

Фото: «Ватанды һаҡлаусылар» фондының Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе.