Башҡортостанда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” конкурсы йомғаҡтары буйынса махсус хәрби операция ветерандары араһында иң яҡшы профессионалдар билдәләнәсәк. 15 майҙа Башҡортостанда “Һөнәре буйынса иң яҡшыһы” Бөтә Рәсәй һөнәри оҫталыҡ конкурсының төбәк этабы “Икенсе старт” номинацияһы буйынса үтәсәк, тип хәбәр итә “Молодежная газета” баҫмаһы. Махсус номинация МХО ветерандары өсөн тәғәйенләнгән һәм киң һөнәрҙәр буйынса ҡатнашыусыларҙы саҡыра. Көҙгөһөн конкурстың төбәк этабы еңеүсеһе беренселек һәм төп аҡсалата бүләк – федераль этапта 1 миллион һум өсөн көрәшәсәк. Конкурс “Кадрҙар” милли проекты ярҙамында үткәрелә. – “Икенсе старт” – күңеленә оҡшаған эш менән шөғөлләнгән һәм профессиональ ҡаҙаныштары тураһында һөйләй алғандар өсөн бик яҡшы стимул. Конкурс яугирҙәребеҙҙе тыныс тормошҡа ҡайтарыу буйынса йоғонтоло механизм булып торасаҡ. 21 йәштән өлкән ветерандарҙы һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы көтәбеҙ. Улар ялланып эшләүсе хеҙмәткәрҙәр, шәхси эшҡыуарҙар йәки үҙмәшғүлдәр булыуы мөмк
МХО ветерандары араһында иң яҡшы һөнәри оҫталар билдәләнә
5 мая5 мая
1
1 мин