Тимер юлда пассажирҙар ташыу уңайлыраҡ һәм тиҙерәк була бара. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың булышлығы менән республикаға ике системалы «Финист» поезы ҡайтарылды. Был составтар электр тогының төрлө төрҙәрендә эшләй һәм тиҙлеген сәғәтенә йөҙ ҙә алтмыш километрға тиклем арттыра ала. Яңы поездар Өфө – Белорет маршруты буйынса йөрөй башлай. Әлеге ваҡытта был юл алты сәғәттән ашыу ваҡытты ала, сөнки Инйәр станцияһында ток даими алмашына. Был станцияла тимер юлсыларға поезд вагондарын эләктереү эштәрен башҡарырға тура килә. Яңы составтар токтың бер төрөнән икенсеһенә автоматик рәүештә күсә ала, был юлдағы ваҡытты ҡыҫҡартырға һәм ошо ҡалалар араһында йөрөүҙе күпкә уңайлыраҡ итергә булышлыҡ итәсәк. Быйыл уҡ Башҡортостан халҡы Өфөнән Белоретҡа электричкала дүрт сәғәт эсендә барып етә ала. Республика халҡын транспорт менән хеҙмәтләндереү сифатын яҡшыртыу буйынса эш дауам итә. Быйыл йәнә бер «Финист» поезы ҡайтарылыуы көтөлә, тип яҙа «Молодежная газета» баҫмаһы. Фото: «Йүрүҙән» гәзите.
«Финист» Өфөнән Белоретҡа алты сәғәт урынына дүрт сәғәттә киләсәк
3 дня назад3 дня назад
~1 мин