Өфөлә академик Евгений Шляхто төбәктең кардиология хеҙмәтенең 45 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнаша. 16 апрелдә Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Владимир Алмазов исемендәге Милли медицина тикшереү терапия һәм профилактика медицина үҙәгенең генераль директоры, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш белгесе-кардиологы, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Евгений Шляхто менән осрашты. Өфөлә ул республика кардиология хеҙмәтенең 45 йыллығына арналған сараларҙа ҡатнаша. Евгений Шляхто Республика кардиология үҙәгенең һәм һаулыҡ һаҡлау министрлығының йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарын диагностикалау һәм дауалау өлкәһендәге эшен юғары баһаланы. Осрашыуҙа тармаҡтың кадрҙар потенциалына айырыуса иғтибар бүленде. Мәҫәлән, инфраструктураны яңыртыу табиптарҙың яңы быуынын йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. — Иң мөһиме, Республика кардиология үҙәге үҫеш нөктәһенә һәм йәш белгестәр үҙҙәрен күрһәтә алырҙай майҙансыҡҡа әүерелде. Был заманса технологиялар һәм мөмкинлектәр, — тин
Радий Хәбиров Милли медицина тикшереү үҙәге етәксеһе менән осрашты
17 апреля17 апр
1 мин