Өфө ҡалаһының «Торатау» конгресс-холында «Милләт әсәһе» Х Бөтә Рәсәй конкурсының финалы уҙҙы. Конкурста Башҡортостандан, Ҡурған, Ырымбур, Свердловск, Силәбе өлкәләренән, Татарстандан, Пермь крайынан, Ханты-Манси автономиялы округынан, Мәскәү һәм Ырымбур ҡалаларынан ҡатын-ҡыҙҙар ҡатнашҡан. Бөтәһе 500-ҙән ашыу ғариза килгән. Уларҙың иң яҡшылары бүләкләү тантанаһына саҡырылды. Һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт, эшҡыуарлыҡ һәм башҡа өлкәләрҙә уңыш ҡаҙанған, әүҙем йәмәғәт эше алып барған гүзәл заттар айырым номинацияларҙа билдәләнеп, диплом һәм кубок алды. Шулай уҡ Рәсәй геройҙары, ысын ил патриоттары үҫтергән әсәләргә Рабиға Ҡушаева исемендәге «Милләт әсәһе» миҙалы тапшырылды. Улар араһында Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Сибай концерт-театр берекмәһенең халыҡ бейеүҙәре ансамбле репетиторы Лариса Шәйнур ҡыҙы Хәтмуллина ла бар. Был миҙал уның ижади карьераһында һәм шәхси тормошонда мөһим бер баҫҡыс булып тора. Бейеүсе улы, Сибай концерт-театр берекмәһенең балет артисы Илнар Х