Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәүсе Зимфира һәм Илнар Әптековтарҙың ғаилә ҡороуҙарына 22 йыл. Йәштәр ауыл үҙәгендә түгел, халыҡ телендә «оторванка» тип аталған ерендә, йәғни трассанан өҫтә ятҡан урынға өй һалған. Ғөмүмән, «оторванка» Матрайҙың яңы яғы һәм унда башлыса йәш ғаиләләр йәшәй. Матрайҙың матур ғаиләһе 1987 йылғы Матрай ауылы ҡыҙы Зимфира һәм 1983 йылғы Балапан ауылы егете Илнар бала саҡтан бер-береһен белем үҫә. Әммә улар араһында мөхәббәт уты Илнар Ҡәйүм улы әрме сафынан ҡайтҡас ҡына тоҡана. Йәштәр 2004 йылда гөрләтеп туй үткәреп өйләнешә. Зимфира Зиннур ҡыҙы Магнитогорск дәүләт университетын тамамлаған, һөнәре буйынса педагог-психолог. Әлеге ваҡытта Матрай мәктәбендә эшләй. Балалар баҡсаһында тәрбиәсе лә булған. Илнар иһә Юлдыбай һөнәрселек училищеһында водитель һөнәрен үҙләштергәндән һуң Мурманск тарафтарында диңгеҙ пехотаһында Ватаны алдындағы бурысын үтәгән. Әрменән ҡайтҡас электр, газ ярҙамында иретеп йәбештереүсе һөнәре буйынса белемен камиллаштырған. Ошо һөнәре