Бүләктәр һәм аҡсалата приздар әҙер. Йүгеректәр кәрәк. 25-26 апрелдә Сибайға рәхим итегеҙ! 500-гә яҡын йәш спортсы “Аструм-Сибай ярым марафоны”нда «балалар старты»на баҫасаҡ. Теркәлеүселәрҙең иң бәләкәйенә ни бары 1 ай ғына, ул, әлбиттә, ата-әсәһе менән бергә «йүгерәсәк». Ҡалған балалар өсөн йәшенә һәм әҙерлегенә ҡарап етди һынауҙар ойошторола. 25 апрелдә махсус йыһазландырылған һыҙатта иң бәләкәй ҡатнашыусылар символик йөҙ метрлыҡ араны үтәсәк, ә йәш йүгеректәрҙең “ветерандары” дүрт йөҙ метрҙы тиҙлеккә уҙасаҡ. --"Балалар старты”нда ҡатнашыусыларҙың барыһы ла еңеүсе буласаҡ. Кемдер үҙенең тәүге иҫтәлекле миҙалын аласаҡ, ә кемдер коллекцияны тулыландырасаҡ. Быйыл балалар өсөн старт пакетында брендлы эшләпәләр әҙерләнек. Төрлө йәштәге һәм төрлө әҙерлек кимәлендәге йүгереүселәрҙе көтәбеҙ. Ә беҙ яҙғы йүгереүҙе бөтә ғаилә өсөн ҙур байрамға әйләндерергә тырышасаҡбыҙ!"- тип һөйләне “Аструм-Сибай ярым марафоны”н ойоштороусы Дмитрий Бабин. Ярым марафондың төп программаһы 26 апрелдә үтәсәк. Ҡатна