Әгәр биш көн буйына уртаса тәүлек температураһы +8 градустан юғары булһа, йылытыу миҙгеле тамамлана. Һауа торошона фаразға ҡарағанда, ошо аҙнаның һуңына, 5 апрелгә, ошо сиккә етәбеҙ, тине Башҡортостандың торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова. Ләкин йылы биреүҙе туҡтатыу тураһында ҡарарҙы ҡала хакимиәттәре ҡабул итергә тейеш, сөнки төбәктең төрлө урындарында һауа шарттары ныҡ ҡына айырыла, тип билдәләне Радий Хәбиров.