Рәсәй халыҡтарының берҙәмлеге Һәм Ҙур һәм татыу ғаилә йылы сиктәрендә Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы медицина хеҙмәткәрҙәре һәм студенттар араһында "Ғаилә берҙәмлеге" республика конкурсы иғлан иткәйне. Бөгөн Сибай медицина округына ҡараған учреждениелар Сибайға йыйылып, конкурстың икенсе этабында һынау тотто. Сибай ҡала дауаханаһы, Баймаҡ, Йылайыр, Хәйбулла райондары дауаханаһы, Сибай медицина колледжы хеҙмәткәрҙәре һәм студенттары үҙ һәләттәрен күрһәтте.
Конкурсҡа йыр, бейеү, нәфис һүҙ һәм фольклор йүнәлештәре буйынса номер әҙерләгәндәр ине. Шыныһы ҡыуаныслы: беҙҙең табиптар һәм шәфҡәт туташтары, фельдшерҙар йыр-моңға маһир һәм талантлы. Бөгөн беҙ сәхнәгә сыҡҡан һәр береһенең сығышын ҡарап, шуға шаһит булдыҡ. Айырыуса Баймаҡ дауаханаһы коллективы ентекле әҙерләнгән ине. Улар бөтә йүнәлештә лә шәп номерҙар күрһәтте. Иҫке Сибай ауылы хеҙмәткәрҙәре "Килен төшөрөү" йолаһын сәхнәләштерҙе. Баймаҡ дауаханаһының йәш белгестәре төрлө милләт кейемендә "Дуҫлыҡ" бейеүен тәҡдим итте. Бе