Яугирҙәрҙең ата-әсәһе, ҡатындары менән осрашыу үтте. Йылайыр районы Ҡашҡар ауылы мәсетендә махсус хәрби операция зонаһында хеҙмәт иткән хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең ғаиләләре менән мөһим осрашыу үтте. Сара доға менән башланды: йыйылыусылар именлек һәм яугирҙәр тиҙ арала өйҙәренә ҡайтыуын теләп доға ҡылды, шулай уҡ һәләк булған геройҙар иҫтәлегенә изге Ҡөрьән аяттары уҡыны. Хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең туғандары өсөн мәғлүмәт-консультация бирелә. Йылайыр районының социаль координаторы Регина Әбделмәнова тейешле льготаларға, шифахана-курорт дауалау мөмкинлектәренә ҡағылышлы мәсьәләләрҙе ентекле аңлатты, шулай уҡ был өлкәлә әүҙемләшкән мутлашыусыларҙың эшмәкәрлеге хаҡында иҫкәртте. Йылайыр районындағы Ғаилә хеҙмәте етәксеһе Гөлсәсәк Иғдәүләтова психологик һәм юридик ярҙам күрһәтеү мәсьәләләренә айырым иғтибар биреп, ярҙам саралары хаҡында һөйләне.