Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Бәләкәйҙән улар бергә

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәгән Гүзәл һәм Ришат Ильясовтарҙың ғаилә тарихы үҙе бер китапҡа торошло. «Бәләкәй саҡта бер-беребеҙҙең башына ҡом һибеп, бергә уйнап үҫкән инек, шул саҡтан алып бергәбеҙ»,–тип йылмая улар. Ғаилә башлығы Ришат Ғәйфулла улы сығышы менән Иләс ауылынан, Гүзәл Зөфәр ҡыҙы–Аҡъярҙан. Гүзәлдең бала сағы күпселек Иләс
ауылында йәшәгән Әминә өләсә-һендә үтә. Йәйге каникулын ҡыҙ ҡаҙ бәпкәләре көтөшөп, өләсәһенә ярҙамлашып үткәрһә, күршелә генә йәшәгән Ришат менән бәләкәстән дуҫ була. Артабан был дуҫлыҡ оло мөхәббәткә әйләнә.
Бер-береһенән айырыла алмай, һәр саҡ бергә булған йәштәргә барыһы ла күнегеп тә бөтә, шуғалыр ҙа уларҙың туйҙарын барса туғандары шатланып ҡабул итә.
Гүзәл Ильясова мәктәпте тамамлағас та документтарын Башҡорт дәүләт медицина университетына тапшыра. Һөйгән ҡыҙы артынан егет тә Өфө ҡалаһына юллана, ситтән тороп Сибай институтына уҡырға инә һәм эшкә урынлаша. Өсөнсө курста уҡыған саҡта Ильясовтар ғаилә ҡора, Гүзәл Зөфәр ҡыҙы уҡыуын уңышлы дауа

Хәйбулла районы Аҡъяр ауылында йәшәгән Гүзәл һәм Ришат Ильясовтарҙың ғаилә тарихы үҙе бер китапҡа торошло. «Бәләкәй саҡта бер-беребеҙҙең башына ҡом һибеп, бергә уйнап үҫкән инек, шул саҡтан алып бергәбеҙ»,–тип йылмая улар.

Ғаилә башлығы Ришат Ғәйфулла улы сығышы менән Иләс ауылынан, Гүзәл Зөфәр ҡыҙы–Аҡъярҙан. Гүзәлдең бала сағы күпселек Иләс
ауылында йәшәгән Әминә өләсә-һендә үтә. Йәйге каникулын ҡыҙ ҡаҙ бәпкәләре көтөшөп, өләсәһенә ярҙамлашып үткәрһә, күршелә генә йәшәгән Ришат менән бәләкәстән дуҫ була. Артабан был дуҫлыҡ оло мөхәббәткә әйләнә.
Бер-береһенән айырыла алмай, һәр саҡ бергә булған йәштәргә барыһы ла күнегеп тә бөтә, шуғалыр ҙа уларҙың туйҙарын барса туғандары шатланып ҡабул итә.
Гүзәл Ильясова мәктәпте тамамлағас та документтарын Башҡорт дәүләт медицина университетына тапшыра. Һөйгән ҡыҙы артынан егет тә Өфө ҡалаһына юллана, ситтән тороп Сибай институтына уҡырға инә һәм эшкә урынлаша. Өсөнсө курста уҡыған саҡта Ильясовтар ғаилә ҡора, Гүзәл Зөфәр ҡыҙы уҡыуын уңышлы дауам итә. Тормоштарын йәмләп улдары Искәндәр донъяға килә. Йәш белгес 2019 йылда ординатура тамамлап, табип-гинеколог булып тыуған яҡтарына эшкә ҡайта. 2022 йылда
«Ауыл табибы» программаһына эләгеп, йәш ғаилә Аҡъярҙа йорт һала. Бөгөн Ильясовтарҙың береһенән-береһе матур дүрт балаһы бар. Искәндәр 6-сы класта, Лилиана 2-селә уҡый. Асманға 5 йәш булһа, Данирға йәш ярым. «Беҙ дуҫлашып йөрөгәндә үк беҙҙең биш балабыҙ буласаҡ ти торғайныҡ. Әле дүрт бала, сик түгел»,–тип йылмая Ильясовтар.
Бөгөн ғаилә башлығы Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Хәйбулла районы буйынса идаралығында эшләй. Эше хәүефле һәм үтә яуаплы, ҡайһы осраҡта ял һәм байрам көндәрендә лә эшләргә тура килә, әммә Ришат Ғәйфулла улы буш ваҡыты булыу менән ғаиләһе янына ашыға, ҡатынына бар яҡлап ярҙам итә, балаларын төрлө түңәрәк-секцияларға йөрөтә. Ҙур улдары Искәндәр саңғы буйынса республика йыйылма командаһына алынған, йылына бер-ике тапҡыр махсус күнекмәләргә бара. Шулай уҡ шахмат буйынса ла алдынғылыҡты бирмәй, тренеры Реналь Мәмбәтов етәкләгән «Аҡ ладья» шахмат клубына йөрөй, шулай уҡ райондың йыйылма шахматсылар командаһында сығыш яһай. Ҡыҙҙары Лилиана Аҡъяр сәнғәт мәктәбенә Самат Ишемғолов етәкләгән бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Әйткәндәй, Ильясовтар үҙҙәре лә йыр-моңға, бейеүгә маһир. Күптән түгел район мәҙәниәт йортонда «Алтын микрофон» район ир-егеттәр вокаль шоу-конкурсында Ришат Ильясов гран-приға лайыҡ була. Шулай уҡ Гүзәл һәм Ришат Ильясовтар Ҙур һәм татыу ғаилә йылына һәм башҡорт ғаиләһе йылына арналған «Утарбай менән Ҡанышбикә» ғаилә парҙарының район бәйгеһендә ҡатнашып, беренсе урын яулай.
—Күптәр беҙең ғаилә тарихын ишетеп, ҡыҙыҡһына,—тип йылмая әңгәмәселәрем.—Нисек инде бала саҡтан бергәһегеҙ, улай ҙа буламы ни тип һораусылар бар. Бер-беребеҙҙе ым-ишаранан, күҙ ҡарашынан аңлап торабыҙ, арабыҙҙа бер ниндәй ҙә йәшерен сер, ышанмаусанлыҡ юҡ. Балаларыбыҙ бер-береһенә терәк булып үҫеп килә, уларҙың киләсәген бөгөндән үк уйлап, бар яҡлап үҫтереүҙе төп бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Сөнки бөгөн шул тиклем мөмкинлектәр күп, бары файҙаланып ҡына өлгөр. Күмәкләшеп тәбиғәт ҡосағына сығабыҙ, балаларға тыуған яғыбыҙҙың матур тәбиғәтен күрһәтеп кенә түгел, уға һаҡсыл ҡараш тәрбиәләүҙе лә төп бурысыбыҙ тип һанайбыҙ. Ауылға, өләсәй-олатайҙарына йыш ҡайтабыҙ, улар тәрбиәһен дә алалар, эшкә өйрәнәләр. Туй ваҡытында беҙгә: «Бергә, үҫтегеҙ, айырылмаҫ дуҫ булдығыҙ, тормошта ла һәр саҡ йәнәшә, бер-берегеҙҙең ҡулын тотоп, бер уйҙан, бер теләктән булығыҙ!»—тигәйнеләр, ошо изге теләккә һәр саҡ тоғро ҡалырға тырышабыҙ.
Бер-береһен ҡәҙерләп кенә торған матур ғаиләгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Киләсәктә лә Ильясовтарҙың тормоштары һәр саҡ гөрләп торһон,
шатлыҡ-ҡыуаныстары күп булһын, бәхетле йәшәһендәр!

Кәримә Усманова.