Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Аҡса урлаусылар тотола

250 мең һум урлап, 300 мең һум ҡайтара. Сибай ҡала прокуратураһы дропперҙарҙан урланған аҡсаны зыян күреүсе файҙаһына түләтеүгә өлгәшә. 2024 йылдың декабрендә билдәһеҙ кешеләр, урындағы кешенең банк иҫәбенә законһыҙ инеү мөмкинлеген алып, 250 мең һумдан ашыу аҡса урлай. Аҡсаны Мәскәү өлкәһенән 2 дроппер иҫәбенә күсерәләр. Ҡала прокуратураһы судҡа иҫәп хужаларынан урланған аҡсаның суммаһын һәм башҡаларҙың аҡсаһын файҙаланған өсөн проценттарҙы түләтеүҙе талап итеп мөрәжәғәт итә. Мәскәү өлкәһенең Шатур ҡала суды ыңғай ҡарар сығара, дәғүәсе файҙаһына 300 мең һум аҡса түләтә. Суд ҡарарының ғәмәлдә үтәлеше ҡала прокуратураһы контроле аҫтында. Аңлатабыҙ:
Дроппер (дроп) — мутлыҡ схемаларында ҡатнашыусы, банк картаһы йәки иҫәбенән урланған аҡсаны күсереү, аҡсаға әйләндереү йәки юйыу менән булыша. Дропперҙар енәйәтселәргә урлау эҙҙәрен йәшерергә ярҙам итеүсе аралаш звено булып хеҙмәт итә. Ул үҙе законһыҙ схемала ҡатнашҡанын белмәүе лә ихтимал, бигерәк тә иғлан буйынса, алыҫтан «ярҙам» итергә

250 мең һум урлап, 300 мең һум ҡайтара.

Сибай ҡала прокуратураһы дропперҙарҙан урланған аҡсаны зыян күреүсе файҙаһына түләтеүгә өлгәшә.

2024 йылдың декабрендә билдәһеҙ кешеләр, урындағы кешенең банк иҫәбенә законһыҙ инеү мөмкинлеген алып, 250 мең һумдан ашыу аҡса урлай. Аҡсаны Мәскәү өлкәһенән 2 дроппер иҫәбенә күсерәләр. Ҡала прокуратураһы судҡа иҫәп хужаларынан урланған аҡсаның суммаһын һәм башҡаларҙың аҡсаһын файҙаланған өсөн проценттарҙы түләтеүҙе талап итеп мөрәжәғәт итә. Мәскәү өлкәһенең Шатур ҡала суды ыңғай ҡарар сығара, дәғүәсе файҙаһына 300 мең һум аҡса түләтә.

Суд ҡарарының ғәмәлдә үтәлеше ҡала прокуратураһы контроле аҫтында.

Аңлатабыҙ:

Дроппер (дроп) — мутлыҡ схемаларында ҡатнашыусы, банк картаһы йәки иҫәбенән урланған аҡсаны күсереү, аҡсаға әйләндереү йәки юйыу менән булыша. Дропперҙар енәйәтселәргә урлау эҙҙәрен йәшерергә ярҙам итеүсе аралаш звено булып хеҙмәт итә. Ул үҙе законһыҙ схемала ҡатнашҡанын белмәүе лә ихтимал, бигерәк тә иғлан буйынса, алыҫтан «ярҙам» итергә ризалашһа.