Сибай институтында шиғриәт көнө үтте. Унда урындағы нәфис һүҙ оҫталары сығыш яһаны. 21 мартта бөтә донъя шиғриәт көнө билдәләнә. Ошо уңайҙан Сибай институтында Тыуған яҡты өйрәнеү китапханаһында эшләп килгән "Әҙәби тирмә" клубының ағзалары - Сибай шағирҙары һәм шағирәләре, уларҙың ижады менән танышыу тантанаһы үтте.
Был сараны педагогия факультетының рус, башҡорт һәм сит илдәр филология кафедраһы ойошторҙо.
Яҙҙың тәүге ҡояшлы көндәрендә шиғриәт һөйөүселәрҙе, яҙыусыларҙы һәм студенттарҙы бергә тупланы.
Байрам кисәһен Сибай яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе, Башҡортостандың мәҙәниәт хеҙмәткәре, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, Башҡортостан Республикаһы яҙыусылар союзы ағзаһы, Сибай ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, яҙыусы, драматург Әминә Миңлеғол ҡыҙы Яхина асты. Ул шиғриәттең кеше күңеленә йоғонтоһо, ижад итеүҙең кәрәк һәм мөһим булыуын билдәләп студенттарҙы ижадҡа әйҙәп илһамландырҙы.
Кисә барышында Сибайҙың танылған ижадсылары — Башҡортостан Республикаһының мәғәриф алдынғыһы, х