Үҙебеҙҙең йәш 70-тән үткәндә беренсе уҡытыусыбыҙҙың иҫән булыуы оло бәхет. Ҡәҙерле уҡытыусыбыҙ—Зәкирә Ғәйнулла ҡыҙы Түләкова 23 мартта 100 йәшен тултырҙы. Ошо уңайҙан уны барып ҡотларға насип булды. Уҡытыусыбыҙҙың үҙ аңында булып, үҙ аяғында йөрөүенә ҡыуандыҡ. Беҙҙе танып, уҡытҡан балаларының һәр береһен иҫләп, һорашып ултыра. Зәкирә Ғәйнулла ҡыҙы 1926 йылда Ҡыуат ауылында донъяға килә. Ул бар ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған 42 йыл хеҙмәт стажы туплаған мәғариф ветераны. Хеҙмәт юлын 15 кенә йәшендә Алғаҙы ауылында башлай. “Иртәнсәк үҙемдән дә ҙурыраҡ апай-ағайҙарға яҙырға, уҡырға өйрәтәм дә төштән һуң үҙем уйнарға сығып китә торғайным,--тип һөйләй ул. Уның бала сағы һуғыштан һуңғы ауыр йылдарға тура килә. Ҡайһы бер балалар мәктәпкә ҡар өҫтөнән яланаяҡ йүгереп килә торғайны, белем алырға теләктәре шул тиклем көслө булғандыр инде, тип хәтерләй мөғәллимә. Мәғариф ветераны Әбделкәрим, Ҡыуат ауылдарында математика, башланғыс кластар уҡытыусыһы булып та эшләй. Зәкирә Ғәйнулла ҡыҙы Бө