Йылайыр районының Матрай ауылында йәшәүсе Урал Байғужин былтыр көҙ автосервис асҡан. Һөнәре буйынса водитель булған ир-егет был эш менән үҙмәшғүл булараҡ шөғөлләнә. Ул шулай уҡ ауылдаштарына такси хеҙмәте лә күрһәтә. -Ни өсөн автосервис асырға булдыммы? Сөнки, хәҙер һәр өйҙә икешәр автомобиль бар. Техника боҙолмай тормай, уны йүнәтеү буйынса яҡын тирәлә сервистар юҡ. Берәү башлап ебәргәйне ул, әммә уны тап итеүе, эшләтеп алыуы бер бәлә. Шуға күрә, боҙоҡ машинаны йүнәтергә, хатта тәгәрмәсте балансировкалау өсөн дә йә Юлдыбайға, унда эшләй алмаһалар Баймаҡҡа, Сибайға алып барырға тура килә. Ошонан сығып уйландым да, тәүәкәлләнем,--ти Урал Сибәғәт улы. Ҡулы эш белгән ир-егеттең автосервис асыу буйынса төҙөгән бизнес-планын Йылайыр районы хакимиәте башлығы Борис Мелкоедов хуплай һәм ул 350 мең һум күләмендә социаль адреслы ярҙам алыуға өлгәшә. Дәүләт ярҙамына үҙ аҡсаһын ҡушып шиномонтаж станогы, компрессор һатып ала. Бында резиналарҙы тиҙ һәм сифатлы итеп алмаштырырға, тәгәрмәстәрҙе баланс