Башҡортостанда 27 марттан 10 майға тиклем яҙғы өмәләр ойошторола. 18 апрелдә дөйөм республика өмәһе була. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Ирина Голованова хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә ошо хаҡта белдерҙе. Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы | архив Республика етәксеһе Радий Хәбиров муниципалитет башлыҡтарына өмәләрҙе сифатлы үткәрергә ҡушты. «Бөгөндән үк кешеләрҙе сығарырға кәрәк һәм алға! Был беҙҙең тирә-яҡ мөхит. Сығып, өс-дүрт сәғәт эшләгәндән бер ни ҙә булмаҫ. Иң мөһиме, быны еренә еткереп ойошторорға кәрәк. Кешеләр үҙҙәренең эш урынын белһен, инструменттар менән тәьмин ителһен, сүп-сарҙы сығарыу шунда уҡ ойошторолһон. Муниципалитет башлыҡтары, был һеҙҙең туранан-тура бурысығыҙ. Һеҙ урындарҙа ошо эште ойошторорға тейешһегеҙ», – тине Радий Хәбиров. Бынан алдараҡ «Башинформ» 1 июнгә тиклем Өфөлә санитар таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса «айлыҡ» башланыуы тураһында яҙғайны. Санитар йомаларҙан тыш, 28 мартта, 11 һәм 25 апрелдә дөйөм ҡала өмәләре үткәрелә. https://
Башҡортостанда яҙғы шәмбе өмәләре көндәре билдәләнде
24 марта24 мар
~1 мин