Сибай ҡалаһы балалар поликлиникаһының процедура кабинетында эшләүсе шәфҡәт туташы Зәлифә Сирғәле ҡыҙы Рәсүлеваның эш стажы—43 йыл. Ярты быуатҡа яҡын медицинаға хеҙмәт итеүе уны һис ялҡытмаған. Киреһенсә, көн дә эшемде яратып, һағынып киләм, ти ул. Зәлифә Сирғәле ҡыҙы Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында тыуған, Темәс ауылында үҫкән. —Мин өйҙә донъяға килгәнмен. Кендек инәйемдең исемен генә алып ҡалмағанмын, уның кеүек медицина юлын да һайлағанмын. Атайым Сирғәле Сәфәрғәле улы ғүмер буйы райондың төрлө ауылдарында физика-математиканан уҡытты. Уның тәүге ҡатыны мәрхүмә булып ҡалыу сәбәпле, ул ике бала менән яңғыҙ ҡалған була. Әсәйем Наҡия Усман ҡыҙы уларҙы үҙ итеп, атайыма кейәүгә сығып, Бәләбәйҙән Баймаҡ районына күсеп килгән. Уртаҡ 5 балаға ғүмер биргәндәр. Шулай итеп, 7 бала буй еткерҙек, икәүебеҙ медицинаны үҙ иттек. Мин бәләкәй саҡта әсәйем 4 ай дауаханала ятҡайны. Шул мәлдә: «Табип булам да әсәйемде дауалайым»,—тип һүҙ биргәйнем,—ти Зәлифә Сирғәле ҡыҙы.
З.С.Рәсүлева Сибай медицина училищ