Өфөгә эш сәфәре менән Рәсәй Федерацияһының оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева килде. Уның МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре өсөн «Рәсәйҙең ҡатын-ҡыҙ йөрәге» Бөтә Рәсәй ижади фестиваль-конкурсының финалында ҡатнашыуы һәм бер нисә объектҡа барыуы көтөлә. Бөгөн, 24 мартта, Өфөлә Рәсәйҙең оборона министры урынбаҫары, «Ватанды һаҡлаусылар» махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ярҙам буйынса дәүләт фонды рәйесе Анна Цивилева һәм Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров МХО ветерандары Ренат Ғилметдиновҡа, Айрат Нуриевҡа, Вильмир Килмәмәтовҡа, Илнур Гәрәевкә һәм Илшат Әлимғужинға актив коляскалар һәм ҡул менән идара ителгән автомобилдәр асҡыстары тапшырҙы. «Беҙҙең дәүләттең терәге һәм өмөтө булып торған егеттәр менән сафта тороу – минең өсөн оло мәртәбә. Һеҙ дәүләтте яҡлауҙа беренселәрҙән булдығыҙ, шуның өсөн алдығыҙҙа баш эйәбеҙ. Коллегаларыма, фондтың социаль координаторҙарына, хеҙмәткәрҙәрен
Анна Цивилева һәм Радий Хәбиров МХО ветерандарына автомобиль асҡыстары тапшырҙы
24 марта24 мар
1 мин