Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Берҙәмлектә—көс

Махсус хәрби операция башланған мәлдән Баймаҡ районы Түбә ауылы халҡы һәр төрлө акцияларҙа әүҙем ҡатнаша, яугирҙәргә ылау әҙерләй. Һуңғы 4 көндә өс маскировка селтәре үреп, әле 4-сеһен һәм 5-сеһен башланы. —2023 йылдарҙануҡ маскировка селтәре үрәләр ине. Тик ул саҡта материалы ла, технологияһы ла икенсе булды,—ти ауыл хакимиәте башлығы Әлфирә Хәлитова.—Материал алыуға яугирҙәрҙең ғаиләләре ярҙам итте. Ауыл уңғандары ваҡыт табып көн дә селтәр үрергә клубҡа йөрөй. Айырыуса селтәр үреүгә нигеҙ әҙерләгән Азат Мәҡсүтовҡа, селтәр үреүҙе ойошторған Фәниә апайға рәхмәтлемен. Битараф булмаған ауылдаштарыма һоҡланам. «Берҙәмлектә—көс» тип юҡҡа әйтмәгәндәр. берҙәм булһаҡ, бирешмәҫбеҙ!

Махсус хәрби операция башланған мәлдән Баймаҡ районы Түбә ауылы халҡы һәр төрлө акцияларҙа әүҙем ҡатнаша, яугирҙәргә ылау әҙерләй. Һуңғы 4 көндә өс маскировка селтәре үреп, әле 4-сеһен һәм 5-сеһен башланы.

—2023 йылдарҙануҡ маскировка селтәре үрәләр ине. Тик ул саҡта материалы ла, технологияһы ла икенсе булды,—ти ауыл хакимиәте башлығы Әлфирә Хәлитова.—Материал алыуға яугирҙәрҙең ғаиләләре ярҙам итте. Ауыл уңғандары ваҡыт табып көн дә селтәр үрергә клубҡа йөрөй. Айырыуса селтәр үреүгә нигеҙ әҙерләгән Азат Мәҡсүтовҡа, селтәр үреүҙе ойошторған Фәниә апайға рәхмәтлемен. Битараф булмаған ауылдаштарыма һоҡланам. «Берҙәмлектә—көс» тип юҡҡа әйтмәгәндәр. берҙәм булһаҡ, бирешмәҫбеҙ!