Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында шағирә, уҡытыусы Фирүзә Абдуллина менән осрашыу уҙғарылған. Шағирәгә класташтары сюрприз эшләгән. Барыһы ла пионерҙарса ҡыҙыл галстуктар тағып килгән. Улай ғына ла түгел, бында Фирүзә Абдуллинаның шиғырын һөйләү буйынса ярыш ойошторолған. Был хаҡта ауыл китапханаһы китапханасыһы Зәлиә Уразбаева хәбәр итә:
--Кисә Сыңғыҙ ауылы клубында Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлектәре ағзаһы, ҡабатланмаҫ ижады менән башҡорт шиғриәтенә нурлы, яңы биттәр өҫтәүсе, тормошсан шиғырҙары менән тулыландырыусы популяр шағирәбеҙ, яҡташыбыҙ, күптән түгел генә үҙенең 65 йәшлек күркәм юбилейын билдәләүсе Абдуллина (Байтурина) Фирүзә Дәүләтша ҡыҙының "Ғүмеремдең сағыу келәме" исемле ижад кисәһе үтте. Шиғриәт һәм йыр-моңға ҡоролған кисәлә уның ижадташ дуҫтары: Әхмәр Үтәбәев, Йәлил Һөйөндөков, Дилә Мөхәмәтйәрова, Рауил Харрасов, Фаил Йортбәков, Динә Аҡназаровалар, тормош иптәше Фидаил Фәрәхетдин улы, Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры Гөлназ Әк