Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

ҺӘР ЭШТЕҢ ҮҘ ТӘРТИБЕ БАР

‼ ‼ БЕРЕНСЕ БУЛЫП СӘЛӘМ БИРЕҮ. Сәләмләшеүгә динебеҙҙә ҙур әһәмиәт бирелә. Мәҫәлән, Пәйғәмбәрҙән ﷺ: «Бер-береһе менән күрешкән ике кешенең ҡайһыһы беренсе булып сәләм бирә?» ‒ тип һорағандар. «Аллаһҡа яҡынырағы», ‒ тип яуап биргән Пәйғәмбәребеҙ. ﷺ. 🔹 «Әссәләмү ғәләйкүм» тигән өсөн – 10, 🔹 «Вә рахмәтуллааһи!» тип өҫтәгән өсөн – 20, 🔹 «Әссәләмү ғәләйкүм вә рахмәтуллааһи вә бәрәкәтүһ!» тип сәләм биргән өсөн иһә 30 сауап яҙыла, ти Пәйғәмбәребеҙ ﷺ. Мәғәнәһе: «Һеҙгә сәләм, Аллаһтың рәхмәте һәм бәрәкәте булһын!» ‼ КҮРЕШКӘНДӘ ҠУЛ БИРЕШЕҮ. Бер-береһе менән ҡул бирешеп күрешкән ике мосолман хушлашып айырылғанға тиклем уларҙың кесе гонаһтары бер-бер артлы юйыла (юҡ була), ти. ‼ Мосолмандарға ЯҠШЫЛЫҠ ТЕЛӘҮ. «Үҙендә күрергә теләгән яҡшылыҡты диндәге ҡәрҙәшеңә лә теләй башламайса, берегеҙҙең дә иманы камил булмаҫ», ‒ тиелә хәҙистә. ‼ МОСОЛМАНДАР ӨСӨН ДОҒА ҠЫЛЫУ. 🔹 Бер мосолман икенсе мосолман ишетмәгәндә уның өсөн доға ҡылһа, доғаһы яуапһыҙ ҡалмаясаҡ, ти. 🔹 Кеше берәр дин ҡәрҙәше ө

ҺӘР ЭШТЕҢ ҮҘ ТӘРТИБЕ БАР‼

‼ БЕРЕНСЕ БУЛЫП СӘЛӘМ БИРЕҮ.

Сәләмләшеүгә динебеҙҙә ҙур әһәмиәт бирелә. Мәҫәлән, Пәйғәмбәрҙән ﷺ: «Бер-береһе менән күрешкән ике кешенең ҡайһыһы беренсе булып сәләм бирә?» ‒ тип һорағандар. «Аллаһҡа яҡынырағы», ‒ тип яуап биргән Пәйғәмбәребеҙ. ﷺ.

🔹 «Әссәләмү ғәләйкүм» тигән өсөн – 10,

🔹 «Вә рахмәтуллааһи!» тип өҫтәгән өсөн – 20,

🔹 «Әссәләмү ғәләйкүм вә рахмәтуллааһи вә бәрәкәтүһ!» тип сәләм биргән өсөн иһә 30 сауап яҙыла, ти Пәйғәмбәребеҙ ﷺ.

Мәғәнәһе: «Һеҙгә сәләм, Аллаһтың рәхмәте һәм бәрәкәте булһын!»

‼ КҮРЕШКӘНДӘ ҠУЛ БИРЕШЕҮ.

Бер-береһе менән ҡул бирешеп күрешкән ике мосолман хушлашып айырылғанға тиклем уларҙың кесе гонаһтары бер-бер артлы юйыла (юҡ була), ти.

‼ Мосолмандарға ЯҠШЫЛЫҠ ТЕЛӘҮ.

«Үҙендә күрергә теләгән яҡшылыҡты диндәге ҡәрҙәшеңә лә теләй башламайса, берегеҙҙең дә иманы камил булмаҫ», ‒ тиелә хәҙистә.

‼ МОСОЛМАНДАР ӨСӨН ДОҒА ҠЫЛЫУ.

🔹 Бер мосолман икенсе мосолман ишетмәгәндә уның өсөн доға ҡылһа, доғаһы яуапһыҙ ҡалмаясаҡ, ти.

🔹 Кеше берәр дин ҡәрҙәше өсөн Аллаһ Тәғәләгә доға ҡылһа, уға беркетелгән фәрештә: «Амин, һиңә лә шулай булһын!» ‒ тип әйтә.

‼ БӨТӘ МӨЭМИНДӘРҘЕ ҒӘФҮ ИТЕҮЕН ҺОРАП, АЛЛАҺҠА ДОҒА ҠЫЛЫУ.

Бөтә мөэмин ирҙәрҙе һәм мөэминә ҡатындарҙы ғәфү итеүен һорап Аллаһҡа доға ҡылған кешегә һәр мөэмин ир һәм һәр мөэминә ҡатын өсөн берәр һауап яҙыласаҡ, тиелә.

‼ ЮЛДАРҘЫ ТАҘАРТЫУ.

«Юлда ҡамасаулап ятҡан агасты ситкә алып ташлаусы кешенең Ожмахта шул ағас күләгәһендә ултырғанын күрҙем», ‒ тигән Аллаһ рәсүле ﷺ.

‼ БӘХӘСЛӘШЕҮҘЕ ҺӘМ АЛДАШЫУҘЫ ҠАЛДЫРЫУ.

Аллаһ рәсүле ﷺ: «Үҙе хаҡлы булһа ла, бәхәсләшеүҙе ҡалдырған кешегә Йәннәт ситенән йорт вәғәҙә итәм. Шаяртҡан саҡта ла алдашмаған кешегә Йәннәт уртаһынан йорт вәғәҙә итәм», ‒ тигән.

‼️АСЫУҘЫ ТЫЙЫУ.

Асыуын тышҡа сығарырға мөмкинлеге булып та, уны тыя алған кешене Ҡыямәт көнөндә Аллаһы Тәғәлә бөтә мәхлүктәр алдына саҡырып сығарасак һәм уға йәне теләгән хур ҡыҙын һайлап алырға мөмкинлек бирәсәк, ти.

‼ МӘРХҮМДӘРҘЕ ЯҠШЫ ЯҠТАН ИҪКӘ АЛЫУ.

🔹 Үлгәндән һуң берәрһе хаҡында яҡшы һөйләһәләр - уның өсөн ОЖМАХ тейешле булыр,

🔹 насар һөйләһәләр- ТАМУҠ тейешле булыр, сөнки

КЕШЕЛӘР – АЛЛАҺТЫҢ ЕРҘӘГЕ ШАҺИТТАРЫ! тиелә хәҙистә.

‼ МОСОЛМАНДАРҒА ЯРҘАМ ҠУЛЫ ҺУҘЫУ.

Дин ҡәрҙәштәренә ярҙам итеп йәшәгән мосолмандың үҙенә Аллаһ Тәғәлә ярҙам итеп торор, ти.