Найти в Дзене
Юлдаш радиоһы

Ҡыҙ баланы нимәгә өйрәтергә тейеш һәр әсә?

✅Таҙалыҡ.
Таҙалыҡ ул үҙеңде генә таҙа тотоп, матур кейенеп йөрөү түгел. Ҡыҙ кеше донъяға матурлыҡ өләшер өсөн яралған. Иң тәүҙә үҙенең бүлмәһен, ҙурая килә ата-әсәһе, ҡәйнәһе йортон, эшләгән урынын тәртиптә тотоу ҙа ҡатын-ҡыҙ иңендә.
✅Дөрөҫ туҡланыу.
Һаулыҡҡа битараф ҡарау хас беҙҙең халыҡҡа. Баланың туҡланыу ғәҙәте ғаиләнән килә бит. Бәләкәйҙән нимә яҡшы, нимә насар икәнен күреп, аңлап үҫкән

 

✅Таҙалыҡ. 

Таҙалыҡ ул үҙеңде генә таҙа тотоп, матур кейенеп йөрөү түгел. Ҡыҙ кеше донъяға матурлыҡ өләшер өсөн яралған. Иң тәүҙә үҙенең бүлмәһен, ҙурая килә ата-әсәһе, ҡәйнәһе йортон, эшләгән урынын тәртиптә тотоу ҙа ҡатын-ҡыҙ иңендә. 

✅Дөрөҫ туҡланыу. 

Һаулыҡҡа битараф ҡарау хас беҙҙең халыҡҡа. Баланың туҡланыу ғәҙәте ғаиләнән килә бит. Бәләкәйҙән нимә яҡшы, нимә насар икәнен күреп, аңлап үҫкән бала үҙенең балаларына ла шул белемде еткерәсәк.

✅Хеҙмәткә һөйөү. 

Бәләкәйҙән ҡыҙ баланы әсәй кеше эшкә өйрәтә. Тәүҙә урынын йыйыу, ҙурая биргәс ашағандан һуң уҡ һауыт-һабаны йыуып, өҫтәлде йыйыштырыу, саңдарҙы һөртөү, иҙән йыуыу, кер үтекләү һәм башҡа эштәр; яйлап ҡоймаҡ ҡойоу, һалма йәйеү, икмәк һалыу, бәлеш бешереү кеүек ауырыраҡ эштәргә өйрәтергә кәрәк. Ялҡаулыҡ - хурлыҡ, ти торған ине борон ололар. 

✅Белемлелек. 

Һөнәрле булыу ғына етмәй. Төрлө өлкәләрҙә лә үҙ фекере булған аҡыллы ҡатын-ҡыҙҙы ихтирам итмәү мөмкин түгел. Китап, гәзит-журналдар уҡып, белемеңде киңәйтеп, яңылыҡтар менән танышып тороу кәрәк. 

✅Тыйнаҡлыҡ. 

Егеттәр менән үҙеңде нисек тоторға әсәй өйрәтмәһә кем өйрәтһен? Асыҡтан-асыҡ һәйләшеү оят түгел. Һүгенеү, ҡысҡырып талашыу кеүек йәмһеҙ ҡыланыштарҙы күреп үҫергә тейеш түгел бала. Ипле итеп кейенеү ғәҙәте лә әсәй тәрбиәһенән тора. 

✅Ғәҙәттәр. 

Ҡыҙ бала ауыҙына шарап алырға тейеш түгел. Тәмәке тураһында әйтеп торорға ла кәрәкмәй. Бындай хәшәрәт ғәҙәттәрҙән ҡыҙ-баланы әсәй кеше ҡурсалап, бәләкәйҙән аңлатып үҫтерергә тейеш. 

✅Ирҙәргә мөнәсәбәт. 

Атаһына өйөндә ниндәй мөнәсәбәт күреп үҫә, үҙ иренә лә шундай мөнәсәбәт күрһәтәсәк ҡыҙ кеше. Атаһын эштән өҫтәл әҙерләп ҡаршы алырға, ағай-ҡустылары алдында тыйнаҡ булырға өйрәтергә кәрәк.

✅Үҙеңде яратыу. 

Үҙеңде яратһаң ғына һине башҡалар ҙа яратасаҡ, тигән төшөнсәне аңлатырға кәрәк ҡыҙ балаға. Үҙе менән ҡәнәғәт кеше үҙе лә бәхетле, яҡындарына ла өләшә бәхетен. 

Онотмайыҡ, ҡатын-ҡыҙ - тормош йәме, өй ҡото.

[ Асыҡ сығанаҡтарҙан ]