Ҡарағыҙ әле: ниндәй һоҡланғыс! Хәйбулла районы Бәләкәй Арыҫланғол (Вәзәм) ауылы уңғандары кейеҙҙән нимә генә эшләмәй! --Бәләкәй Арыҫланғол ауылы мәҙәниәт йортонда шаулап Башҡортостанда Ҙур һәм татыу ғаилә, Рәсәйҙә Халыҡтар берҙәмлеге йылына арналған брендлы кейеҙ байрамы уҙҙы. Һәр ғаиләгә йылылык өләшкән, һәр милләттә лә ҡиммәтле, һаҡлап ҡалынған кәсеп ул кейеҙ баҫыу. Бына инде 5 йыл ауыл клубында эшләп килгән кейеҙ баҫыу клубы "Серле кейеҙ" исемен йөрөтә һәм унда ошо серҙәргә өйрәнеү, матурлыҡ, йылылыҡ тыуҙырыу менән шөғөлләнә апай-килендәр, хатта ир-егеттәр. Бик боронғо кәсеп ошо көнгә тиклем һаҡланып килгән һәм хәҙерге көндә яңы һулыш ала. Тимәк, был кәсеп йәшәйәсәк әле. Үҙе экологик яҡтан саф, йылы, шифалы ла. Уның серҙәре бик күп ҡыҙыҡһынып тикшерһәң. Бына шундай серҙәргә өйрәнеү, күреү, һоҡланыу байрамы булыуы бөгөн шатлыҡ.
Оҫтабикәләрҙең ҡул эштәре күргәҙмәһе, кейеҙ тарихын өйрәнеү, йыр-бейеүҙәр, оҫталыҡ дәресе, кейеҙ менән яҡындан танышыу һәр кемдең күңеленә ятты. Күрше Әбеш ау