Башҡортостан Республикаһы Башлығы фонды сиктәрендә еңеү яулаған “Этнопатриот” проектын Сибай ҡала мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Төйәләҫ ауылындағы 11-се мәктәптә тормошҡа ашыра башланы. Проект башҡорт телен һәм мәҙәниәтен һаҡлауға, Башҡортостан Республикаһы һәм бөтә Рәсәй үҙенсәлеген формалаштырыуға арналды һәм милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе көйләүгә, балаларға милли мәҙәниәтте, башҡорт милли уйындарын, бейеүҙәрен, биҙәүестәрен өйрәнеүгә һәм популярлаштырыуға булышлыҡ итә. Замана балалары бөгөнгө көндә телефондарға, интернет селтәренә өҫтөнлөк бирә. Уларҙы, әлбиттә, заманса проекттар, төрлө программалар ҡыҙыҡһындыра. Шуға күрә заманлаштырылған программа ярҙамында милли телдәрҙе өйрәнеү, үҙ телебеҙҙә һөйләшеү, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен, телен өйрәнеү Башҡортостан Башлығы фонды гранттары ярҙамында тормошҡа ашырылған был проекттың маҡсаты итеп ҡуйылды. Проект балаларҙа үҙ тарихына ихтирам, үҙенсәлекле милли мәҙәниәткә ҡыҙыҡһыныу уятырға тейеш.
"Йәштәр һәм балалар" милли проекты сиктә