Тәтешле районы башлығы Фәнүр Шәйхисламов ваҡытынан алда отставкаға китте. Радий Хәбиров уға эше өсөн рәхмәт белдереп, уның командала ҡалыуын һәм яуаплы мәсьәләләрҙе хәл итәсәген билдәләне. Бөгөн, 12 мартта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров эш сәфәре менән Тәтешле районына килде. Үрге Тәтешле ауылында ул район советы ултырышында ҡатнашты. Унда урындағы депутаттар Тәтешле районы хакимиәте башлығы Фәнүр Шәйхисламовтың вәкәләттәрен ваҡытынан алда туҡтатыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Тәтешле районында эшләгән осорҙа Фәнүр Шәйхисламов үҙен оҫта ойоштороусы һәм идарасы, һөҙөмтәле эшләгән заманса етәксе итеп күрһәтте, тип билдәләне Радий Хәбиров үҙ сығышында. Башҡортостан Башлығы бындай ҡарарҙың сәбәптәрен аңлатыу өсөн махсус рәүештә районға килеүе тураһында әйтте. – Район хакимиәте башлығын алмаштырыу идара итеү командаһы өсөн дә, район халҡы өсөн дә һәр ваҡыт ҙур стресс булыуын яҡшы аңлайым. Фәнүр Рәфис улы кеүек етәксенең алмашыныуы икеләтә ҙур стресс, сөнки биш йылдан ашыу эшләү дәүерендә
Тәтешле районы башлығы мәҙәниәт министрлығы менән шөғөлләнәсәк
12 марта12 мар
1 мин