Санкт-Петербургта Михайлов театрының яңы художество етәксеһе итеп Рәсәйҙең халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов тәғәйенләнде. Был хаҡта театр коллективы менән осрашыуҙа ҡала губернаторы Александр Беглов иғлан итте. Фото: Илдар Абдразаҡов | социаль селтәрҙәр «Бөгөн театр тарихында яңы бит асыла, яңы художество етәксеһе тәғәйенләнде», – тине Беглов һәм коллективты яңы художество етәксеһе менән таныштырҙы. Сарала Абдразаҡовты тәғәйенләү тураһында бойороҡ уҡып ишеттерелде. «Абдразаҡов Илдар Әмир улын эшкә алырға. Вазифа: театрҙың художество етәксеһе», – тиелә бойороҡта. «Мусоргский исемендәге Санкт-Петербург дәүләт академия опера һәм балет театры – Михайлов театрының художество етәксеһе вазифаһын ҡыуанып, ҙур яуаплылыҡ менән ҡабул итәм һәм һоҡланғыс театр коллективының бер өлөшө булыуым менән бәхетлемен, — тип яҙа Илдар Абдразаҡов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә. — Михайлов театры — бай тарихы, шәп труппаһы һәм тоғро, һиҙгер тамашасыһы булған үҙенсәлекле донъя. Бар ғүмеремде сәнғәткә һәм операға б
Илдар Абдразаҡов Михайлов театрының художество етәксеһе итеп тәғәйенләнде
12 марта12 мар
1 мин