Фытыр саҙаҡаһы ла, зәҡәт шикелле үк, йылға бер мәртәбә бирелә. Байлығы булған һәр мосолманға фытыр биреү вәжиб (мотлаҡ). Балалары өсөн фытырын ата-әсәһе бирә. Хатта ғәйет намаҙынан алда тыуған йәш бала өсөн дә. Әгәр эшләп йөрөгән булһалар, улар үҙҙәре биреүе хәйерле. Фытыр саҙаҡаһын ғаиләһе өсөн ир кешенең биреүе хуплана. Ул ҡатыны, балалары өсөн бирергә тейеш. Фытыр саҙаҡаһы ураҙаларҙағы кәмселектәрҙе бөтөрөү өсөн бирелә, сөнки ай буйы ураҙа тотҡанда һәр мосолман бәләкәс кенә булһа ла барыбер гонаһ ҡыла. Шуға ла кәффәрәт, таҙарыныу өсөн, гонаһтарҙы бөтөрөү өсөн бирәбеҙ. Хәлле кешең өҫтөнән фытыр төшөрөлмәй. Ярлы кеше был саҙаҡаны бирмәй, киреһенсә уға биреү дөрөҫ була. Фытыр саҙаҡаһы өсөн уртаса йәшәгәндәрҙең кеше башынан 4 ҡаҙаҡ бойҙай йәки 8 ҡаҙаҡ арпа биреү, байыраҡтарҙың кеше башынан 4 ҡаҙаҡ хөрмә, йә 8 ҡаҙаҡ йөҙөм биреү тейешле, Уларҙың урынына хаҡтары ҡәҙәр аҡса биреү ҙә дөрөҫ булыр. (Бер ҡаҙаҡ — уртаса 400 грамм.) Быйылғы иҫәпләп сығарылған күләме буйынса уртаса хәлле йәшәгәндә