Тәбиғи газ—йортобоҙ йылыһы һәм йәме. Тик уңайлылыҡ яуаплылыҡ менән тығыҙ бәйле булыуын иҫтән сығарырға ярамай. «Газпром газ бүлеү Өфө» акционерҙар йәмғиәте иҫкәртә: газ ҡорамалдарын ҡулланғанда ябай ҡағиҙәләрҙе үтәү үҙегеҙҙе, яҡындарығыҙҙы һәм күршеләрегеҙҙе ғәҙәттән тыш хәлдәрҙән һаҡлай. Һауа алмашыныуы—хәүефһеҙлек сараһы Күптәр газ плитәһе йәки колонкаһы хәүефһеҙ эшләһен өсөн уларҙың төҙөк булыуы ла етә тип хаталана. Ысынында төп фактор булып һауа алмашыныуы тора. Газ янған мәлдә кислород ныҡ кәрәк. Әгәр һауа алмашынмаһа, һөрөм газы барлыҡҡа килә. Ә һөрөм газы--төҫһөҙ һәм еҫһеҙ үлем. Вентиляцияны нисек дөрөҫ эшләргә? Вентиляция системаһы ике шартты бер юлы теүәл үтәгәндә генә эффектлы эшләй: Һауа инеү юлы: Бинаға һауа инергә тейеш. Торлаҡты даими рәүештә форточка асып елләтеү, тәҙрәләргә махсус һауа инеү клапандары ҡуйыу зарур. Һауа сығы уюлы: Газ яныуы арҡаһында кислороды юҡҡа сыҡҡан һауа стационар вентиляция каналы аша тышҡа сығып торорға тейеш. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: вентиляция каналын