Өфөлә махсус хәрби операцияла һәләк булған яугирҙарҙың аталары «Ватан һаҡсыһы атаһы» йәмәғәт наградалары менән бүләкләнде. Тантаналы сара Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығындағы Колонналар залында уҙҙы. Миҙал әүҙем йәмәғәт эшмәкәрлеге алып барған, махсус хәрби операция яугирҙәре һәм ветерандарына, уларҙың ғаиләләренә ярҙам иткән, йәштәр өсөн өлгө булып торған атайҙарға бирелә. Миҙалға лайыҡ булыусы 16 ир-егет араһында Хәйбулла районының Йәнтеш ауылынан Юныс Иштанов та бар. Юныс Рәхимйән улына үҙ ғүмерен аямай ил тыныслығы өсөн һәләк булған улының батырлығын хәҙер ошо награда ла хәтерләтеп торасаҡ. Ир-егет ҡатыны Фәнүзә ханым менән 4 балаға ғүмер биреп, уларҙы матур итеп тәрбиәләп,уҡытып һөнәр биреп, оло тормошҡа оҙата. Махсус хәрби операцияла һәләк булған улы Булат 1980 йылда донъяға килгән игеҙәк (һыңары Морат) малайҙарҙың береһе. Егет 10-сы класты бөткәс Владикавказда хеҙмәт итеп, кире ауылға әйләнеп ҡайта. Колхозда иретеп йәбештереүсе булып эшләй, ғаилә ҡора. Теүәл бер йыл эл