Башҡортостанда «Атайсал» проекты быйыл үҙенең биш йыллығын билдәләй. Ошо ваҡыт эсендә проектта ҡатнашыусылар дөйөм 1,8 миллиард һумлыҡ 35 меңдән ашыу башланғысты тормошҡа ашырған. Улар 5 мең социаль объектты ремонтлаған, 1 мең уйын һәм спорт майҙансығын йыһазландырған, 550 мәсет, сиркәү төҙөгән һәм яңыртҡан, 2 мең һәйкәл һәм обелиск ҡуйған һәм реставрациялаған, 1 мең шишмәне төҙөкләндергән. МХО башланыу менән һалдаттарға ярҙам итеү айырым йүнәлешкә әйләнә. Меценаттар һәм ирекмәндәр был өлкәлә 5500-ҙән ашыу проектты тормошҡа ашырған. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, «Атайсал» проекты Башҡортостан Башлығы башланғысы менән 2021 йылдың февралендә эшләй башланы. Республикабыҙ ауыл-ҡалаларында тыуып үҫкән күренекле шәхестәрҙең тыуған төйәген төҙөкләндереүе төп маҡсат итеп ҡуйыла. «Беҙ уны үҙҙәренең бәләкәй Ватанына ярҙам итә алған һәм ярҙам итергә теләге булған хәстәрлекле кешеләрҙе берләштереү өсөн булдырҙыҡ. Беҙ проект беҙҙең бик күп яҡташтарыбыҙ күңелендә шаңдау табыр тип хатта күҙ алдына ла килтер
Башҡортостанда «Атайсал» проектының һөҙөмтәләрен барланылар
20 марта20 мар
1 мин