Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Яҡташыбыҙ юғары награда алды

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 8 март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын бүләкләне. Бер төркөм гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуып үҫкән Минзифа Исҡужина оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ил президенты Владимир Путиндың Указы буйынса уға «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы тапшырылды. “Юғары награданың байрам алдынан бирелеүе үтә лә ҡыуаныслы”, - тип белдерҙе артист.

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 8 март уңайынан республика ҡатын-ҡыҙҙарын бүләкләне. Бер төркөм гүзәл заттарға дәүләт наградалары тапшырылды.

Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуып үҫкән Минзифа Исҡужина оҙаҡ йылдар Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй. Ил президенты Владимир Путиндың Указы буйынса уға «Мәҙәниәт һәм сәнғәттәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы тапшырылды. “Юғары награданың байрам алдынан бирелеүе үтә лә ҡыуаныслы”, - тип белдерҙе артист.