! Яулыҡ ябын, ҡыҙым. Ябынырға Аллаһ Үҙе һиңә бойора. Гүзәллегең ҡаплап, йәшереүең Еңел холоҡлонан айыра. Яулыҡ ябын, ҡыҙым, яулыҡлы ҡыҙ Һаҡлаулыраҡ башҡа ҡыҙҙарҙан. Сөнки Аллаһ Үҙе һаҡлар һине Зарар һалып торған күҙҙәрҙән. Яулыҡ ябын, ҡыҙым. Ябыныуың Күңелеңдең булһын хеҙмәте. Ғәжәп түгел, шул саҡ артып китһә Бик күптәрҙең һиңә хөрмәте. Бүтәндәрҙе һин иманға саҡыр, Ҡушылырға саҡыр өммәткә. Яулыҡ ябын, ҡыҙым, ул да – дәғүәт. Кешеләрҙе саҡыр Йәннәткә. ✍ Фирҙәүес Мырҙабулатова шиғыры.