Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

ЧЕМПИОН ӘСӘҺЕ: «Балаларығыҙҙы маҡтағыҙ һәм хуплағыҙ!»

Күптән түгел Ноябрьскиҙа уҙған муайтай буйынса Рәсәй чемпионатынан Сибай ҡыҙы Зарина Исламова алтын миҙал менән ҡайтты. Хәйер, был уның тәүге еңеүе түгел. Япония, Таиланд, Канбоджала халыҡ-ара ареналараҙа сығыш яһаған яҡташыбыҙ башҡорт ҡыҙҙарының сослоғон, етеҙлеген, һиҙгерлеген ил кимәленә танытты. 2023 йылда Рәсәй кубогын яулап, муайтай буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионкаһы титулын алыуға өлгәшкәйне, быйыл был уңышын йәнә ҡабатланы. 2024 йылда Грецияла йәштәр араһында донъя чемпионы исемен алды. Ун көрәштең 9ында еңеү яулаған ҡыҙ донъя рейтингыһында 2-се урында тора. Заринаның еңеүҙәре менән ғорурланып, уны интернет киңлектәрендә гелән күҙәтеп барабыҙ. Ә ул ниндәй ғаиләлә үҫкән? Кем һуң уның ата-әсәһе? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, спорт мастерының әсәһе Резида Риф ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.
—Ирем Факил Фидаис улы менән ғаилә ҡороуыбыҙға—27 йыл. Бер ул, ике ҡыҙ үҫтерҙек. Шамилыбыҙ күп профилле профессиональ колледжын тамамланы, әле ситтән тороп Сибай институтында технология факультетында уҡ

Күптән түгел Ноябрьскиҙа уҙған муайтай буйынса Рәсәй чемпионатынан Сибай ҡыҙы Зарина Исламова алтын миҙал менән ҡайтты. Хәйер, был уның тәүге еңеүе түгел. Япония, Таиланд, Канбоджала халыҡ-ара ареналараҙа сығыш яһаған яҡташыбыҙ башҡорт ҡыҙҙарының сослоғон, етеҙлеген, һиҙгерлеген ил кимәленә танытты. 2023 йылда Рәсәй кубогын яулап, муайтай буйынса ике тапҡыр Рәсәй чемпионкаһы титулын алыуға өлгәшкәйне, быйыл был уңышын йәнә ҡабатланы. 2024 йылда Грецияла йәштәр араһында донъя чемпионы исемен алды. Ун көрәштең 9ында еңеү яулаған ҡыҙ донъя рейтингыһында 2-се урында тора.

Заринаның еңеүҙәре менән ғорурланып, уны интернет киңлектәрендә гелән күҙәтеп барабыҙ. Ә ул ниндәй ғаиләлә үҫкән? Кем һуң уның ата-әсәһе? Ошо һорауҙарға яуап эҙләп, спорт мастерының әсәһе Резида Риф ҡыҙына мөрәжәғәт иттек.
—Ирем Факил Фидаис улы менән ғаилә ҡороуыбыҙға—27 йыл. Бер ул, ике ҡыҙ үҫтерҙек. Шамилыбыҙ күп профилле профессиональ колледжын тамамланы, әле ситтән тороп Сибай институтында технология факультетында уҡый, быйыл диплом ала. Әле вахта ысулы менән эшләп йөрөй. Заринабыҙ Сибай педагогия колледжының физкультура бүлеген ҡыҙыл дипломға тамамланы, быйыл Сибай институтын бөтә. Уның игеҙәге Розалина ер мөлкәте мөнәсәбәттәре буйынса белем алды, ул кейәүҙә, матурлыҡ индустрияһы менән ҡыҙыҡһына.
—Белеүебеҙсә, игеҙәк ҡыҙҙар бер-береһенә холҡо буйынса оҡшамаған?
—Оҡшамағандар. Зарина бәләкәйҙән малай һымаҡ булды, тиҫтерҙәре менән һуғыша ла йөрөй торғайны. Мәктәпкә лә беҙҙе аҙ саҡыртманылар. Ә Розалинала ҡатын-ҡыҙҙарға хас нәзәкәтлек бар.
—Розалина спорт менән ҡыҙыҡһынманымы?
—Бергә спорт түңәрәгенә барғандар ине. Унда ҡыҙҙар бик аҙ. Көрәштереп, һуғыштырып ҡарағанда, ике ҡыҙҙы бер-береһенә ҡаршы ҡуялар. Бер туғандарҙың һуғышып йөрөүе миңә бөтөнләй оҡшаманы. Тыйҙым. Розалина тыңланы, башҡаса барманы, ә Зарина спорт түңәрәген ташламаны. Тәүҙә уны өләсәһе, минең әсәйем, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Мәрхәбә Айытбаева музыка мәктәбенә биргәйне. Зарина шунда 5 йыл уҡыны, фортепианола уйнарға өйрәнде. Әммә спортҡа һөйөүе көслөрәк булып сыҡты.
—Тай боксы бигерәк хәүефле. Һеҙҙе был ҡурҡытмаймы?
—Башта мин ныҡ ҡаршы булдым. Әле лә мин уның ярыштарҙағы сығышын ҡарай алмайым. Атаһы, ағаһы, игеҙәге, хатта ҡартәсәһе тәсбихен тарта-тарта күҙәтә. Ярыш бөткәс, барыһы ла яҡшы икәнен белгәс кенә, интернеттағы видеояҙмаһын ҡарайым.
—Төрлө илдәргә йөрөй. Был финанс яҡтан ҙур ғына сығым талап итә. Кем ярҙам итә һуң?
—Атаһы. Ул электән Заринаның ҡыҙыҡһыныуын хупланы, әле лә ҡаршы түгел. Шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһынан меценат табылды. Ул—Борис Викторович Дмитриев. Был юлы Ноябрьскиға барғанда «Полиметалл» йәмғиәте матди ярҙам күрһәтте. Шулай уҡ Заринаның көйәрмәндәре аҡса йыя. Уҙған йыл Таиландта йәшәп, бер туҡтауһыҙ шөғөлләнеп, 9 көрәштә ҡатнашты. Ирем путевка алып биргәйне, ҡыҙымдың янына барып, 10 көн йәшәп ҡайттым. Ошо бер йыл эсендә ул ныҡ йонсоно, арыны һәм күҙгә күренеп үҫте, ҙурайҙы.
—Был ныҡышмаллыҡ, спортҡа һөйөү ҡайҙан килә икән?
—Мин дә, ирем дә спорт яратабыҙ. Мин саңғыны, еңел атлетиканы үҙ итәм, атаһы футболды, көрәште яҡын күрә. Хәҙер шөғөлләнмәйбеҙ, кис парк-
та йәйәү йөрөргә булһа ла сығабыҙ.
—Ә һеҙ ниндәй һөнәр эйәләре, ҡайҙа эшләйһегеҙ?
—Мин комбинатта эшләнем, әле хаҡлы ялдамын. Ирем БелАЗда водитель булды, хәҙер ҡырға йөрөп, вахта ысулы менән эшләй.
—Әгәр бер нисә йылға үткәндәргә ҡайтып булһа, Заринаны спортҡа бирер инегеҙме?
—Заринаны ғына түгел, өсәүһен дә бирер инем. Спорт—ул дисциплина, ихтыяр көсө, характер. Ныҡ балаларҙы тәрбиәләй. Заринаның «Ҡара аждаһа» клубынан маҡталып ҡайтыуы, гел беренселеккә, еңеүгә ынтылыуы мәктәптәге уҡыуына ла тәьҫир итте.
—Зарина рингтарға башҡорт милли биҙәүесе—хәситәне тағып сыҡты, хатта башҡорт бүреген кейҙе. Кем кәңәш итте?
—Үҙе. Мин, киреһенсә, ярым яланғас (аренала шорты һәм майкала көрәшәләр) тәнеңә милли биҙәүес таҡма тиһәм дә тыңламаны. Башҡортлоғон күрһәтергә теләне. Ҡартәсәләре ике ҡыҙыма ла хәситә эшләп биргәйне. Ә бүрек кейеп сығыуын күргәс, Стәрлетамаҡтан Флүрә исемле апай ҡашмау эшләп ебәрҙе.
—Ҡартәсәләре тигәндәй, ул һеҙҙең менән бергә йәшәйме?
—Былтырҙан ҡәйнәм беҙҙең менән йәшәй, уға май айында 89 йәш тула. Өйҙә миңә оло кешегә бер төрлө, Заринаға икенсе төрлө ризыҡ әҙерләргә тура килә. Уға аҡһым күп кәрәк, дөрөҫ туҡланыу мөһим. Нимәһе һөйөндөрә: уларҙың үҙ табиптары бар. Әле ике тапҡыр Рәсәй чемпионы булып ҡайтты, йәй Малайзияға донъя чемпионатына барасаҡ, шуға тиклем Мәскәүгә барып сәләмәтлеген тикшертеп киләсәк.
—Заринаның фанаттары ла бар, шулаймы?
—Эйе, яҙалар, ҡыҙыҡһыналар, аҡсалата ярҙам итәләр. Өфөнән 119-сы Башҡорт ат заводы директоры Александр Анатольевич Сенькин Заринаға башҡорт тоҡомло ат, ҡымыҙ бүләк итте.
—Ҡыҙығыҙҙы сит илгә саҡыралармы?
—Эйе. Япония, Таиландҡа саҡыралар. Әммә мин уның Рәсәйҙә ҡалыуын теләйем. Шулай уҡ кейәүгә сығып, бәхетле ҡатын һәм бәхетле әсә итеп күргем килә.
—Балаларының чемпион булы-уын теләгән әсәләргә ниндәй кәңәш бирер инегеҙ?
—Балаларының теләгенә ҡаршы тормаһындар. Үҙ йүнәлештәрен тапҡансы төрлө түңәрәктәргә йөрөһөндәр. Йырлап та, бейеп тә, йүгереп тә, тегеп тә, бәйләп тә, йөҙөп тә ҡараһындар. Күңелдәренә ятҡанын һайлаһалар, улар теләп шөғөлләнә һәм уңыштарға өлгәшә. Һәм, әлбиттә, мөмкин тиклем спортҡа ылыҡтырырға тырышһындар!
—Матур, ихлас әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Заринаға яңынан-яңы уңыштар, ғаиләгеҙгә именлек һәм бәхет теләйбеҙ.
Резеда Усманова.